Башҡорт тоҡомло аттарҙың яңыртылыуы ихтимал

Башҡорт тоҡомло аттарҙың яңыртылыуы ихтимал 24.04.2017

Ауыл хужалығы белгестәре малдарҙы чиплау буйынса яңы үҙгәрештәр индерә. Бығаса ҡулланылған алым 80-се йылдарҙан килә һәм хәҙер уны белгестәр иҫкергән тип бара. Башҡортостанда бөгөн 124 меңләп баш йылҡы малы иҫәпләнә. Уларҙың 90 проценты башҡорт тоҡомло.

Халыҡ ижадында «сысҡан һыртлы» тип аталыуы башҡорт аттарының иң төп сифаттарының береһе һанала. Тышҡы ҡиәфәтенән башҡа сифаттарын, төҫөн, физик күрһәткестәрен иҫәпкә алмағанда ла, сысҡан һыртлы һәм күбәләкле булыуы башҡорт атын башҡа, мәҫәлән, ҡаҙаҡ һәм яҡут аттарынан айырып торған һәм уларҙың боронғолоғона ишара иткән. Өфө районында урынлашҡан йылҡы заводы республика, Рәсәй ауыл хужалығы даирәләрендә үҙҙәре тәрбиәләгән аттары һәм етештергән ҡымыҙы менән яҡшы таныш. Был хужалыҡта башҡорт аттары тураһында иң дөрөҫ һәм аныҡ мәғлүмәт тупланған, йылҡы үрсетеү фәнни талаптарға таянып тормошҡа ашырыла. Ҡолондарға чип ҡуйыу предприятие етәкселегенең ҡулланылышҡа индергән яңы алымдарының береһе. Ул малдың үҫешен, генетикаһын күҙәтеү йәһәтенән отошло.
Ғалимдар фекеренсә, 30-40 йылдан башҡорт тоҡомло аттарҙа ҙур үҙгәрештәр көтә. Әгәр быға тиклем башҡорт аттары эшсе көс сифатында файҙаланылһа, хәҙер ул ит-һөт йүнәлешендә махсуслашҡан. Баҙар иҡтисады хужалыҡтан күберәк ҡымыҙ етештереүҙе талап итһә лә, тоҡомсолоҡ эше һәр ваҡыт  беренсе урынға ҡуйыла.
Ираида Әхәтова, зооинженер, ауыл хужалығы фәндәре докторы: «Башҡорт тоҡомло аттар киләсәктә эреләнергә тейеш. Һәм һөлдә өлөшөнөң дә яҡшы үҫешеүе мөһим. Был йылҡысылыҡ тармағындағы төп талаптарҙың береһе».
Ә бына башҡорт ҡымыҙын етештереү әлегә үҙгәрешһеҙ ҡала. Һөт һауыу осоро заводта йыл әйләнәһенә бара. Ҡолондар бейәләрҙән айырым аҫрала.
Ҡолондар ғәҙәттә, әсәләренән тыуғас та бер ай самаһы үткәс кенә айырыла. 30 көн эсендә ул ныҡлап аяҡҡа баҫырға, кәүҙә ауырлығын арттырырға тейеш. Ә инде ҡымыҙ етештергән осорҙа әсәләре менән тик бер-нисә сәғәткә генә күрешә. 5-6 айҙан иһә тулыһынса яраҡлашҡас, үҙаллы тормошо башлана.
Һуңғы йылдарҙа республика йылҡысылыҡ хужалыҡтарында таҙа тоҡомло башҡорт өйөрҙәрен үрсетеү буйынса байтаҡ эштәр башҡарыла. Элек тоҡомдоң таҙалығын һаҡлау ата-бабалар ысулы буйынса ойошторолһа, хәҙер тоҡом айғырҙарының линияһы, йәғни, шәжәрәһе етди контролдә тотола. Башҡорт аты буйынса 2011 йылға тиклемге күп мәғлүмәт Рязань ҡалаһында урынлашҡан йылҡысылыҡ буйынса Бөтә Рәсәй ғилми-тикшеренеү институтында һаҡлана. Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институтының йылҡысылыҡ бүлегендәге молекуляр генетик лабораториялағы тикшеренеүҙәр нигеҙендә хужалыҡтарҙағы иң сифатлы, көслө малдан өйөрҙәрҙең төп өлөшө туплана.
Башҡорт тоҡомло аттар Рәсәйҙең бар төбәктәрендә лә тиерлек юғары ихтыяж менән файҙалана. Күптән түгел Төмән өлкәһендә йәшәүсе эшҡыуар ҙа ҡыҙыҡһыныу белдергән. Йылҡысылыҡ проектына ул 37 миллион һумдан ашыу аҡсаһын йүнәлтергә иҫәп тота.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку