Башҡорт тоҡомло аттарҙы һаҡлау һәм үрсетеү төп бурыс

Башҡорт тоҡомло аттарҙы һаҡлау һәм үрсетеү төп бурыс 06.12.2017

Ошо маҡсатта Учалы районы хужалыҡтарының береһе йөҙҙәрсә баш йылҡы малын аҫрай. Ҙур тырышлыҡ ярҙамында тоҡомдо һаҡлап ҡалыуға ирешә. Өҫтәүенә, башҡорт тоҡомлоһо менән ҡыҙыҡһынғандар тәжрибә туплай.

Учалы баҫыуҙарынан ярһып сапҡан башҡорт аттары. Көтөүселәр бейәләрҙе өйөргә туплап, айғыр ҡарамағында йөрөтөү алымын уңышлы ҡуллана. Тап был ысул үҙ һөҙөмтәлеген раҫлаған да инде. Мал да өйөрө-өйөрө менән йөрөй. Көтөүсе Илфат Әбйәлилов мал менән эш итеүҙе яҡшы белә. Бала саҡтан ғашиҡ. Шуға ла уларҙы көтөү бер ҡыйынлыҡ та тыуҙырмай.
Был осраҡта өйөр айғыры булғанда, көтөүсеһе кәрәкмәҫ тә ине тип әйтергә була. Тик эш унан тормай. Малдарҙың үҙ ыңғайы менән үҙҙәре, йә ҡараҡтар тарафынан ситкә китеүе ихтимал. Башҡорт тоҡомлоһона ихтыяж ҙур. Шуға ла көтөүселәр йылҡыларҙы төндә лә ҡарауыллай.
Әлеге ваҡытта хужалыҡта 700-гә яҡын йылҡы малы иҫәпләнә. Уларҙың барыһы ла башҡорт тоҡомлолары. Йылҡыларҙың генофондың һаҡлау һәм үрсетеү өсөн улар айырым өйөр менән көтөлә.
Халыҡ ижадында «сысҡан һыртлы» тип аталыуы башҡорт аттарының иң төп сифаттарының береһе һанала. Тышҡы ҡиәфәтенән тыш, төҫөн, физик күрһәткестәрен иҫәпкә алмағанда ла, сысҡан һыртлы һәм күбәләкле булыуы башҡорт атын мәҫәлән, ҡаҙаҡ һәм яҡут аттарынан айырып торған һәм уларҙың боронғолоғона ишара иткән. Тоҡомдо һаҡлау буйынса республикала күп эштәр башҡарыла. Өфө районында урынлашҡан йылҡы заводында мәҫәлән, ҡолондарға чип ҡуйыла. Яңы ҡулланылышҡа ингән алымдарҙың береһе малдың үҫеше, генетикаһын күҙәтеү яғынан отошло. Ә Учалы районында боронғо ысул файҙаланыла.
Һатыу мәсьәләһе лә ҡатмарлы түгел, ти хужалыҡ етәкселеге. Продукцияны ҡулаҡсаға әйләндереү ойошҡанлы алып барылғанға, кәсепте киңерәк йәйелдереү үҙ һөҙөмтәһен бирә. Тик йөҙҙәрсә баш мал аҫраған Ғәли Сибәғәтуллиндың ғына дауам итерлек кешеһе юҡ. Йылҡысылыҡ менән ҡыҙыҡһынған йәштәр бармаҡ һанарлыҡ. Улар тоҡомсолоҡ нескәлектәрен генә белеп еткермәй.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку