Башҡорт баҡсасылары шатлығы

Башҡорт баҡсасылары шатлығы 02.09.2017

Кушнаренко селекция үҙәгендә  яңы сығарылған  «Шатлыҡ»  атамалы груша  Дәүләт сорты һынауын үткән.

Кушнаренко селекция үҙәге хеҙмәткәрҙәренең һәм  Харис Ниғәмәтйән улының күп йылдар баҡсала эшләүе, фәнни тикшеренеүҙәр һөҙөмтәһе ул Шатлыҡ грушаһы. Селекционер был өлкәлә утыҙ биш йылдан ашыу эшләү дәүерендә алмаларҙың һәм грушаларҙың күп сорттарын сығарған.
Ҡурай еләге күптән бешеп уны йыйып бөтһәләр, ә был  ремонтант сорты әле  саҡ өлгөрә. Еләктәре ҙурыраҡ, һутлыраҡ та.
Ә был ҡыуаҡ япраҡтары аҫтында тотош дарыухана йәшеренгән тиһәң дә була. Актинидия - селекция үҙәгендә егерме йылдан ашыу үҫә. Емеш  А, Р,С  витаминдарына, пектинға һәм башҡа микроэлементтарға бай, составында аскорбин кислотаһы күп. Экзотик үҫемлектең  япраҡтары ла файҙалы.    
Әлмира Басирова, Кушнаренко селекция үҙәге фәнни хеҙмәткәре: «Яҡшы ҡышлай,  3-4 килограмм емеш бирә. Емештәрен бүлгәндә  кивиға оҡшаш».
Селекция үҙәге хеҙмәткәрҙәре быйыл виноград уңышы менән маҡтана алмай.
Еләктең үрсеменә сәскәләр һеркәләнгән ваҡытта туҡтауһыҙ яуған ямғырҙар ҡамасаулаған. «Башҡорт», «Ҡарағай» сорттары ғына сыҙамлыраҡ булып сыҡҡан.  
Үҙәк биләмәһендә  төрлө емеш-еләктең 300-ҙән ашыу сорт өлгөләре  үҫтерелә. 15 сентябрҙән һуң уларҙың үҫентеләре һатыуға сығарыла.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку