Башҡорт ауылдарын һаҡлау һәм тергеҙеү маҡсатында эшләп килгән маҡсатлы дәүләт программалары Хәйбулла районында ла әүҙем тормошҡа ашырыла 20.01.2017

Бөгөн районда йөҙҙән ашыу  крәҫтиән-фермер хужалығы теркәлгән. Уларҙың береһе,  Гүзәл Йомағолова етәкселегендә сағыштырмаса яңыраҡ барлыҡҡа килгән. Уңған фермер ваҡытында  балалар баҡсаһында ла, эргәләге тау сәнәғәте предприятиеһында ла эшләй.

Әммә береһендә ҡыҫҡартыуға  эләгеп эшһеҙ ҡалһа, икенсеһенән сәләмәтлеге буйынса үҙе китергә мәжбүр була. Малсылыҡ тармағы таныш булғанға күрә, шәхси хужалығын артабан үҫтереү маҡсатында  бер йыл элек  ул  крәҫтиән-фермер хужалығы ойоштора.  
Малсылыҡ менән шөғөлләнеүҙе техникаһыҙ күҙ алдына килтереүе ауыр. Шуға күрә Йомағоловтар дәүләт тарафынан бирелгән  ярҙамға  малдарҙы ишәйтә, тракторҙарына  махсус  ҡорамал   һатып ала. “Ҡорос арғымаҡ” мал аҙығын әҙерләүҙе күпкә еңелләштерә. Әле Йомағоловтар  мал башын арттырыу , уларҙың тоҡомдарын яңыртыу ниәте менән яна. Бының өсөн  бар мөмкинлектәр бар, тырышлыҡ ҡына кәрәк,- тигән фекерҙә ғаилә башлығы.


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика