Баш ҡалала көҙгө йәрминкәләр гөрләй

Баш ҡалала көҙгө йәрминкәләр гөрләй 10.10.2015

Бөгөн дә Өфө сауҙа майҙандарында  ауыл эшҡыуарҙары үҙҙәре етештергән продукцияны тәҡдим итте. Ҡала халҡында улар ҙур ихтыяж менән файҙалана. Йәрминкәләргә күберәк хаҡлы ялдағылар йөрөүҙе ҡулай

Рәүзиҙә Басимова тормош иптәше менән Дүртөйлө районынан килгән. Йәрминкәлә үҙ баҡсаларында үҫтергән йәшелсә-емештәрен тәҡдим итә улар. Хаҡы ла тешләшмәй
Ә был машинаға ике тонна кәбеҫтә тейәлгән. Ҡырмыҫҡалы районынан шәхси эшҡыуар Рита Ноғоманова  уны кискә тиклем һатып бөтөргә ниәтләй.
Һарымһаҡ, һуғандан алып бәйләнгән шәл,ойоҡбаш, хатта быймаларға тиклем һатып алырға мөмкин бында. Шулай уҡ ит менән сауҙа итеүселәрҙе лә осратырға мөмкин. Һарымһаҡтың хаҡы - 180-200 һум, быймалар бер меңдән, ә ойоҡбаштар уртаса 300 һумға тәҡдим ителә. Хаҡтар менән килешмәгәндәр һатыусылар менән сауҙалашып та ала. Ҡар бөртөктәре төшөп торһа ла ҡала халҡы йәрминкәгә бер туҡтауһыҙ ағыла.
Ауыл халҡы етештергән продукцияны һатыу өсөн йәрминкәләр уңайлы майҙан. Һәр нөктәлә эшҡыуарҙарға йөҙгә яҡын урын бирелә. Бынан тыш, йәрминкәләрҙә һатыусыларҙың кәйефен күтәреү өсөн ҡала хакимиәте концерттар ойоштора, майҙан күңелле йыр-моңдан яңғырап тора.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку