Баш ҡалала ауыл хужалығы йәрминкәләре дауам итә

Баш ҡалала ауыл хужалығы йәрминкәләре дауам итә 15.10.2017

Өфөгә һәр аҙна төрлө райондарҙан  ылауҙар килә. Эшсе хәбәрселәр урамында ойошторолған йәрминкәгә бөгөн Әлшәйҙәр  килгән. Был сауҙа майҙанында етештереүселәр аралашсыларҙыү тауар сығарһа, ҡулланыусылар сифатлы, арзан тауар ала. Һәр хәлдә шулай һөйләргә күнекәнбеҙ. Ләкин кәштәләрҙең  арты ла бар.

Баҙарҙа ике яҡ бар. Береһе һата, ә икенсеһе һатып ала. Ләкин һуңғы йылдарҙа өсөнсө яҡ та әүҙем эшләй. Йәрминкә -етештереүсе менән ҡулланыусының тура һатыулашыуы тиһәк тә, аралашсылар ҙа юҡ түгел. Улар инде  хаҡтарҙы ла кәметергә мәжбүр итә.

Ярай ҙа әле урындар өсөн талаш юҡ. Ә бит бер нисә йыл элек кенә һөмһөҙ ҡыланған аралашсыларҙан алдараҡ өлгөрөү өсөн етештереүселәр йәрминкә буласаҡ ерҙә төн үткәрергә мәжбүр ине. Хәҙер улар өсөн сауҙа нөктәләре алдан хәстәрләнгән.

Был иһә ауыл хужалығы тауарҙарына хаҡтарҙы түбәнәйтеү мөмкинлеге бирә. Шулай ҙа ризаһыҙлыҡ белдереүселәр бар. Бигерәк тә оло быуын вәкилдәре араһында.

Етештереүселәр иһә хаҡтарҙы башҡаса кәметә алмайбыҙ, ти.  Яуап ҡәтғи. Ҡапҡан түгел, тапҡан белә.
Ҡайһы бер һатыусыларҙың килеме юл сығымдарын ғына ҡапларлыҡ. Мәҫәлән, һөр ризыҡтарын хәҙер йәрминкәгә сығарырлыҡ та түгел. Яңы талаптар буйынса сертификация үтеү ҡыйбатҡа тура килә.

Уның ҡарауы һатып алыусылар ота. Балды мәҫәлән умартасы йортонан барып алғансы, йәрминкәлә һатып алыу арзаныраҡҡа төшә. Өҫтәүенә Өфөгә үк килтереп бирәләр.

Нисек кенә булмаһын -был баҙар. Ә баҙар ул һатыулашыу. Кемдер ота , ә кемдер отола. Һәм фекерҙәр ҙә төрлөсә буласаҡ. Шулай ҙа йәрминкә отошһоҙ булһа ойошторолмаҫ ине. Ә бит лавка артында бер үк урында егерме йылға яҡын тороусылар ҙа бар.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку