Баш ҡалала ауыл хужалығы техникаһын ремонтлаусылар конкурсы башланды

Баш ҡалала ауыл хужалығы техникаһын ремонтлаусылар конкурсы башланды 15.11.2017

Был бәйге «ВорлдСкилс» эшсе һөнәрҙәр абруйын арттырыу хәрәкәте сиктәрендә уҙғарыла һәм Рәсәйҙә ул тәүгә үтә. Быға тиклем Кубань һәм Ставрополдә аграр һәм ветеринария тармаҡтары буйынса конкурстар ойошторолдо. Ауыл хужалығы техникаһын хеҙмәтләндереүселәр Башҡорт дәүләт аграр университетына йыйылды. Конкурста илдең 15 төбәгенән 17 егет көс һынаша.

Биш бармағылай белә, тип тап улар хаҡында әйтәләр. Был егеттәр  ауыл хужалығы техникаһын һә, тигәнсе һүтеп киренән йыйып ҡуя  ала. Күптәре студенттар, әммә комбайн,трактор руле артында улар бала саҡттан. Башҡортостан данын яҡлаусы Динар Хамматов та шундайҙарҙың береһе. Үҫмер сағынан уҡ  ялан карабында йөрөгән егет конкурста ла яҡшы һөҙөмтәләргә өмөтләнә.
Ләкин  дәғүәселәр ҙә төшөп ҡалғандарҙан түгел. Конкурста ҡатнашыусыларҙың күптәре эшләп йөрөй һәм сит ил техникаһын хеҙмәтләндереү буйынса тәжрибәһе бар. Был инде бер ни тиклем өҫтөнлөк.
Александр Капитонов, конкурста ҡатнашыусы: «Мин Кубандә биш     йыл инде сит ил техникаһы һатыусы компанияла эшләйем. Шуға күрә импорт комбайндарын яҡшы беләм. Тиҙ арала ремонтлап ҡуя алам. Ләкин бында Рәсәйҙә етештерелгән ауыл хужалығы техникаһы ла бар. Улар менән ауырға тура киләсәк».
Конкурс талаптары үтә лә юғары.  Егеттәр алдан уҡ берәй өлөшө сафтан сығарылған техниканың етешһеҙлектәрен асыҡлап ремонтлап ҡуйырға тейеш. Бының өсөн өс сәғәт ваҡыт бирелә. Эш барышын төрлө төбәктәрҙән килгән тәжрибәле эксперттар күҙәтә. Конкурс өс көн дауам итәсәк. Ошо ваҡыт эсендә ҡатнашыусылар биш төрлө техниканы ремонтларға тейеш. Ҡайҙалыр сәскес, ҡайһыһының урғысы, двигателдәрен дә ремонтларға тура килә.
Бындай ҡаты талаптарҙы эшсе һөнәрҙәрҙең абруйын арттырыуға йүнәлтелгән «Ворлдскилс» хәрәкәте ҡуя. Сөнки унда ҡатнашыусылар донъя буйынса уҙғарылған һөнәри бәйгеләргә әҙер булырға тейеш.
Ауыл хужалығы техникаһын ремонтлаусылар конкурсы еңеүселәре донъя чемпионатында Рәсәй данын яҡлаясаҡ. Ә иң мөһиме абруйлы конкурс еңеүсеһе исемен алыу. Уға илдең ауыл хужалығы комплексындағы барлыҡ ишектәр ҙә асыҡ буласаҡ.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку