Баш ҡала сауҙа майҙандарында йәрминкәләр гөрләй 25.10.2014

Йәштәр һарайы алдында  ауыл хужалығы йәрминкәһе эшләй. Унда  республика район хужалыҡтары, шәхси эшҡыуарҙар үҙҙәре етештергән аҙыҡ-түлекте тәҡдим итә.

Ауыл хужалыҡтары үҙҙәре етештергән продукцияһын һата алһын  өсөн Өфөлә махсус майҙансыҡтар бүленгән. Бөгөн бында йәрминкә гөрләй. Йәй ауыл эшсәндәре емеш-еләк тәҡдим итһә, көндәр һыуытыуға һатыуға ит менән май сығарылды.
Нурия Каймалова Кушнаренко районынан килгән. Ауылда эш юҡ, шуға ла ит һатыу төп табышыбыҙ, ти ул. Ғаилә күпләп мал тота. Бөгөнгө йәрминкәлә улар 300 килограмға яҡын ит һатҡан.
Ауыл эшсәндәре баш ҡала халҡына  үҙҙәре етештергән ит, йәшелсә, картуф, бал, икмәк, йәшелсә консервалары һәм һөт  продукцияһы тәҡдим итә. Бынан тыш, cауҙала  көньяҡ емештәре лә бар. Экологик яҡтан таҙа ризыҡты ҡала халҡы ихлас һатып ала. Хаҡтар ҙа  сағыштырмаса түбән. 200 һумдан 300 һумғаса... Һарыҡ ите иң ҡиммәте булһа, икенсе урында йылҡыныҡы килә. Йәрминкәлә уны 240-260 һумға алырға мөмкин. Һыйыр ите 200, сусҡаныҡы 220 һум тора. Ә бына тауыҡ итенә хаҡ магазиндыҡынан юғарыраҡ, йәрминкәлә уның килограмы 200 һумға барып баҫа.
Йәрминкәлә һатылған ит белгестәр тарафынан махсус тикшереү үтә. Шуға ла сауҙа рәттәрендәге продукция ҡала халҡында шик тыуҙырмай. Ҡалала йәшәүселәр кинәнеп ҡышҡылыҡҡа аҙыҡ-түлек запасын туплай. Сөнки көҙгө йәрминкәләр тамамлана, ә ҡышҡыһы декабрҙә асыла.
Аймара Рәхимова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика