Балаҡатайҙа урта һәм бәләкәй эшҡыуарлыҡ вәкилдәренә быйыл 3 миллиондан ашыу аҡсалата ярҙам бүленәсәк

Балаҡатайҙа урта һәм бәләкәй эшҡыуарлыҡ вәкилдәренә быйыл 3 миллиондан ашыу аҡсалата ярҙам бүленәсәк 05.10.2016

Был өҫтәмә эш урындары булдырыу, булғандарын һаҡлап ҡалыу яғынан әһәмиәтле сара. Былтыр мәҫәлән, программа 15 кеше өсөн эшкә урынлашыу мөмкинлекге биргән. Бынан тыш, эш башлаусы эшҡыуарҙарға ярҙам программаһы һөҙөмтәле эшләй.

Ефим Ғәлләмовтың ҡымыҙ бешеү цехында ҡул эшен күрмәҫһең. Файҙалы эсемлекте етештереү тулыһынса автоматлаштырылған. Ләкин был бер ҙә ҡымыҙҙың тәменә лә, сифатына ла зыян килтермәй.
Ефим Ғәлләмов бала саҡтан аттар ярата. Шуға ла мөмкинлек килеп тыуғас та, йылҡы үрсетә башлай. Үҙенең «Ыласын» ҡушаматлы айғырында сабыштарҙа ҡатнашып, 3 урынды ла алған. Фермер булып китеп, яратҡан шөғөлөнә тотоноуҙа уға дәүләт субсидияһы булышҡан.
Ефим Ғәлләмов районының социаль-иҡтисади хәлен яҡшыртыуға ла өлөш индерә. Уның хужалығында 3 кеше эшләй.
Был мини-трактор бәләкәй генә агрегаттары менән ҙур файҙа килтерә. Мансур Талипов уны һатып алыуына ҡыуанып бөтә алмай. Хәҙер күпселек эште ошо трактор ярҙамында башҡарабыҙ ти ир.
Мансур Талипов, механизатор: «Бик уңайлы, бәләкәй булғанға бөтә ергә инеп була. Яғыулыҡты әҙ ашай, ҙур беларус менән сағыштырғанда 2 тапҡырға әҙерәк».
Бәләкәй Беларусты, бесән йыйыу ҡоролмаһын һәм 15 баш тананы ғаилә дәүләт грантына һатып ала. Бер милион өс йөҙ мең һумдан ашыу аҡса крәҫтиән-фермер хужалығына яҡшы этәргес бирә. Төп килемде ойошма һөт тапшырыуҙан ала. Грант биргәс тә ауыл хужалығы министрлығы ғаилә менән тығыҙ эшләүен дауам итә, уларға урынлы кәңәштәр бирә.
Рима Мөхәмәҙуллина, крәҫтиән-фермер хужалығы етәксеһе: «Яңыраҡ комиссия килеп тикшерҙе, малығыҙға урын әҙерәк тине. Шуға аҙбарҙы киңәйтә башланыҡ».
Бөгөн районда 400ҙән ашыу кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекты теркәлгән. 2015 йылда уларға ярҙам итеү программаһы сиктәрендә федераль һәм республика бюджетынан 8 миллион һумдан ашыу аҡса бүленгән. Ләкин программаның файҙаһын тик миллиондар менән иҫәпләү дөрөҫ түгел. Сөнки тәү сиратта аҡсалар кешеләргә үҙҙәренә оҡшаған кәсеп менән шөғөлләнеп, лайыҡлы һәм һөҙөмтәле тормош көтөү мөмкинлеге бирә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку