Баҙар кәштәләре тауарҙарҙың төрлөлөгөнән һығылып торған саҡта заман эшҡыуарҙарына килемле шөғөл табыу еңелдән түгел

Баҙар кәштәләре тауарҙарҙың төрлөлөгөнән һығылып торған саҡта заман эшҡыуарҙарына килемле шөғөл табыу еңелдән түгел 07.01.2016

Ҡайһы бер йүнселдәр традицион кәсептәрҙең альтернатив юлдарын табыуға өлгәшә. Мәҫәлән, Хәйбулла районының Аҡназар ауылында йәшәүсе Байғужиндар күркә үрсетә. Башта үҙ ихтыяжын ҡаплау өсөн тотҡан ҡоштар хәҙер йүнселдәр өсөн төп килем сығанағы.

Күркә үрсетеү еңелдән түгел, ти уның холҡо менән яҡшы таныш Йәнғәле Байғужин. Ҡош айырым тәрбиә талап итә. Мәҫәлән, тәүге ике ай уның себештәренә тик ҡайнатылған һыу ғына эсерергә ярай, ә аҙыҡҡа мотлаҡ минераль ашлама ҡушып бирергә кәрәк. Күркәне наҙлы ҡош тиһәң дә була, яҙ аҙағында-йәй башында сыҡҡан себештәрҙе өшөтөргә ярамай.    
Күркә үрсетеү килемле шөғөл. Быны «Байғужин» крәҫтиән-фермер хужалығы етәкселеге лә иҫбатлай. Иттең килоһы уртаса 350 һум тора, ә бер ҡоштоң ауырлығы яҡынса 20 килограмм тарта. Өҫтәүенә, Аҡназар йүнселдәре бюджетында себештәргә сығымдар ҡаралмаған. Яҙ һайын һәр күркә 15-ләп бәпкә сығара. Ә инде продукцияны сауҙаға сығарыуға килгәндә, 10 йылдан ашыу ҡош үрсетеүсе ғаиләнең даими һатып алыусылары бар.
40-лап йорттан торған Аҡназар ауылында Байғужиндар ғаиләһе өлгөлөләр рәтендә. Йәнғәле Вәли улы тормош иптәше менән биш бала тәрбиәләп үҫтерә, ә иң мөһиме үткән быуат аҙағындағы үҙгәрештәрҙән һуң эшһеҙ ҡалғас та ғаилә башлығы юғалып ҡалмай, заманға яраҡлашып үҙ эшен аса. Хәҙер «Байғужин» крәҫтиән-фермер хужалығы рәсми рәүештә эшләй, ә ғаилә киләсәккә ышаныс менән ҡарай.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку