Бөтә Рәсәй ауыл хужалығы иҫәбен алыуға 10 көн ҡалды

Бөтә Рәсәй ауыл хужалығы иҫәбен алыуға 10 көн ҡалды 21.06.2016

1 июлдән 15 авгусҡа тиклем барған кампанияла милек структураһы һәм формаһы, сәсеүлектәр күләме, мал иҫәбе һәм башҡалар теркәлә.

Иҫәп алыусылар ике меңдән ашыу кеше. Улар махсус уҡыуҙар үткән. Зәңгәр төҫтәге махсус кейем кейгән вәкилдәрҙең үҙҙәре менән   танытмаһы, паспорты булырға тейеш. Шулай уҡ улар планшет менән эш итә. Ауылдарҙа иҫәп алыу ниндәй көндә үткәреләсәге алдан иғлан ителә. Мәғлүмәт өсөн милек  хужаһының исем-шәрифе яҙылмай, бары һандар ғына теркәлә.  Бөтә Рәсәй ауыл хужалығы иҫәбен алыу быға тиклем 2006 йылда уҙғарылды.  Был мөһим кампания ауыл хужалығы торошон, үҫеш тенденцияларын асыҡлауға, агросәнәғәт сәйәсәтен үҫтереүгә булышлыҡ итәсәк.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку