Бөгөн республика етәксеһе эш сәфәре менән Әлшәй районында булды

Бөгөн  республика етәксеһе эш сәфәре менән Әлшәй районында булды 25.10.2014

Рөстәм Хәмитов төбәктә Раевка шәкәр заводының эшмәкәрлеген ҡараны, социаль объекттарҙа булды һәм спортсылар менән аралашты.  

Көслө һыу ағымы  шәкәр сөгөлдөрөн тупраҡтан таҙартып ҡына ҡалмай,  линияға төшөрөп завод эсенә лә оҙата. Ҡоро мәлдә ҡаҙғанда бысраныу кимәле түбәнерәк, ти хужалар. Рөстәм Хәмитов  предприятиела эш шарттары, уңыш күләме менән ҡыҙыҡһынды. Завод белгестәре әйтеүенсә, уңышты баҫыуҙан ташыу менән проблема юҡ. Сөнки транспорты булған водителдәр өсөн көндәлек хеҙмәт хаҡы 10-12 мең һумға барып баҫа. Республика  етәксеһе лабораторияларҙа ҡоролмаларҙың бик иҫке булыуын һәм яңыртыу кәрәклеген билдәләне. Хужалар әйтеүенсә, заводта татлы тамырҙы ҡабул итеү генә автоматлаштырылған.
Быйыл уңыш күләме былтырғынан аҙыраҡ - 400 мең тонна тирәһе. Әле баҫыуҙарҙан һуңғы өйөмдәрҙе ташып алыу бурысы тора. Белгестәр фекеренсә,  көндәрҙең һалҡынса тороуы уңайлы, ҡапыл йылытыу  шәкәр сөгөлдөрөнөң сифатына кире йоғонто яһай.
Республика етәксеһе Әлшәйҙә ҡошсолоҡ буйынса махсуслашҡан  предприятиела ла булды. Бында бройлер тауыҡтары үрсетелә. Крос төрө  иҙ өлгөрөүе менән айырылып тора. Әле бында 500 кеше эшләй. Киләсәктә икенсе сират сафҡа индерелеү менән эш урындарының иҫәбе 2000-гә етәсәк.
Эше барҙың ашы бар тигән һымаҡ, предприятиелар булған ерҙә  йәштәр ҙә күпләп ҡала. Шуға күрә бында оҙаҡ йылдар балалар баҡсаһына урындар етмәү проблемаһы тора. Әлшәйҙәр мәсьәләне һөнәрселек училищеһының буш торған бинаһы ярҙамында хәл итә. Иҫке ятаҡ урынында быйыл яҙ  110 урынға иҫәпләнгән мәктәпкәсә учреждение асыла. Балалар баҡсаһында кескәйҙәр өсөн бөтә уңайлыҡтар ҡаралған.
Хәҙер районда  мәктәпкәсә учреждениеға сират бөтөнләй юҡ. Уның ҡарауы, ҡатын-ҡыҙҙар һәм балалар консультацияһының хәле бик мөшкөл. Һуңғыһы әле  ваҡытлыса терапия бүлегендә урынлашҡан, бында 18 йәшкә тиклемге  9 меңдән ашыу бала хеҙмәтләндерелә.
Әле терапия бүлегенә  бағыусылар ярҙамы менән  ремонт үткәрелгән. Рөстәм Хәмитов был алымды хупланы. Республика етәксеһе бинаны ҡарағандан һуң ремонтҡа күпме аҡса талап ителеүе менән ҡыҙыҡһынды. Хужалар әйтеүенсә, 60 миллион һум тирәһе. Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә, әҙерәк өҫтәгәндә, был аҡсаға яңы дауахана төҙөргә мөмкин. Шулай уҡ Рөстәм Хәмитов төҙөүселәрҙең яйына тормаҫҡа, етди  иҫәпләү үткәрергә ҡушты, сөнки улар  күп ваҡыт хаҡты артыҡ күпертә.
Республика етәксеһе  Әлшәйҙә  физкультура-һауыҡтырыу комплексында ла булды. Бина 9 йыл элек файҙаланыуға тапшырылған, бында 20-гә яҡын спорт төрө менән шөғөлләнәләр, мең ярым тирәһе бала йөрөй. Ҡыш Раевкалағы ике катоктан да  кеше өҙөлмәй.  
Биш йыл элек комплекста әлшәйҙәрҙең спорт уңыштарын сағылдырған музей ҙа асылған. Әлшәй спортсылары 33 илдә булған, әле лә бында сәләмәт йәшәү рәүешенә ҡыҙыҡһыныу көслө. Рөстәм Хәмитов спорт менән етди мауыҡҡан әлшәйҙәргә  ябыҡ каток төҙөү алымдары ҡараласаҡ тип белдерҙе.
Был көндәрҙә районда ауыр атлетика буйынса Рәсәй турниры ла дауам итә. Рөстәм Хәмитов был комплекста ла булып йәш спортсылар, тренерҙар менән аралашты. Бындай үҙәк әле  Раевкала ғына, киләсәктә Өфөлә лә буласаҡ, тине республика етәксеһе.
Рәмзиә Кәримова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку