Бөгөн Баймаҡ районында  ауыл хужалығы уңғандары тәбрикләнде 10.10.2016

Сарала ураҡ эштәренә йомғаҡ яһалды, тармаҡ алдынғыларына республика ауыл хужалығы министрлығы, район хакимиәтенең  Маҡтау ҡағыҙҙары тапшырылды. Ялан батырҙары араһында райондың Ленин исемендәге ауыл хужалығы кооперативында  30 йылдан ашыу  механизатор  булып эшләүсе Зәки Ҡотлоғужин да бар.

Зәки Ҡотлоғужин бар тормошон тыуған ауылы менән бәйләй.  Бала саҡтан техника менән ҡыҙыҡһынып үҫкән  егет,  башҡа һөнәрҙе күҙ  алдына ла килтермәй. Ул осорҙа  был төбәктән унға яҡын егет  Баймаҡҡа тракторлыҡ һөнәрен  үҙләштерергә  юллана. Әммә  бөгөнгө көндә улар араһынан тик Зәки Ҡотлоғужин ғына  механизатор һөнәренә тоғро.  Ер кешеһенең намыҫлы хеҙмәтен  етәкселек тә юғары баһалай. Һөнәре буйынса иң яҡшыһы, бик күп маҡтау ҡағыҙҙары быға асыҡ дәлил.  Арбаңды - ҡыш, санаңды йәй әҙерлә, тигәндәй, урып-һуғыу эштәре тамамланғас,  ауыл эшсәне  техникаһын  яҙғы   баҫыу эштәренә әҙерләп тә ҡуйған. Сәсеү һәм уңыш йыйыу кеүек ҡыҙыу осорҙа  техникаң  боҙолоп эште туҡтатмаһын өсөн ремонт эштәрен алдан  хәстәрләү   кәрәклеген   яҡшы белә,  тәжрибәле  белгес.  
Яҙлы-көҙлө гаражда  техникалар араһында булышһа, ҡышын иһә  мал торған фермаларҙа эшләй. Зәки Булат  улы үҙ эшенең оҫтаһы ғына түгел, ә ышаныслы тормош иптәше,  хәстәрлекле атай ҙа. Хәләл ефете  Мөнирә  Ҡотлоғужина менән  3 бала  тәрбиәләп үҫтерәләр. Ҡатыны  ла  тормош иптәшенең үҙ һөнәренең ысын оҫтаһы булыуын билдәләй.
Ауыл ерендә ошондай үҙ һөнәренә тоғро, эшем тип янып йәшәгән  кешеләр барҙа  хужалыҡтың киләсәге барлығына тағы берҙе инанаһың.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика