Ауырғазы районының «Уңыш» хужалығы һауым күрһәткестәрен яҡшырта

Ауырғазы районының «Уңыш» хужалығы һауым күрһәткестәрен яҡшырта 22.08.2017

Йылына бында уртаса алғанда бер һыйырҙан  8 меңгә яҡын килограмм һөт һауыла. Ауыл эшсәндәре уңыш серен - голштин-фриз тоҡомло малдарҙы үрсетеүгә бәйләй. Быйыл йәй Ишле ауылындағы яңы комплескҡа ла Голландиянан 241 баш башмаҡ һатып алына. Хужалыҡ етәкселеге киләсәктә уларҙың һанын мең башҡа еткерергә ниәтләй.

Раушания Гаврилова биш йылға яҡын машина менән һауыу операторы булып эшләй, быға тиклем фермала ҡул көсөн еткереп булмай торғайны,-ти ханым. Голштин-фриз, ҡара-сыбар тоҡомло һыйырҙарҙы ла ул маҡтап телгә алды. Әлегә Ауырғазы районының «Уңыш» хужалығында йәмғеһе 3 мең баш мал иҫәпләнә, уларҙың бер меңе - һауым һыйырҙары. Комплекс башлыса Саҡмағош һөт заводы менән хеҙмәттәшлек итә.
«Уңыш» хужалығының ҡуралары Иҫке Әбсәләм һәм Ишле ауылдарында урынлашҡан. Һуңғыһында әлегә мал һаны бик аҙ. Яңыраҡ ҡына бында тағы голштин-фриз тоҡомло башмаҡтар килтерелгән. Улар Башҡортостан климатына тиҙ яраҡлашыуы   менән билдәле. Тейешле ҡарау булғанда һауылған һөт күләме лә юғары. Әйткәндәй, һәр башмаҡтың хаҡы - 2300 евро. Улар республика һәм федераль маҡсатлы программалар ярҙамында һатып алынған.
Киләсәктә 1200 баш һыйыр ҡарау өсөн коплекста ҡуралар һаны ла етерлек. Әлегә биләмәлә буш объекттар бар, унда төҙөкләндереү эштәре алып барыла. 48 урынға иҫәпләнгән яңы һауым залы ла тиҙҙән файҙаланыуға тапшырыласаҡ.
Хужалыҡта эшсе ҡулдарға ҡытлыҡ юҡ, хеҙмәт хаҡы ла ваҡытында түләнә. Мал аҙығын таратыу өсөн яңы техника һатып алыныуы ла - механизатор Ринат Нуғаев өсөн көтөп алынған ваҡиға була. 13 миллион һумлыҡ машинала эшләү - ялға тиң. Бар система автоматлаштырылған.
Иң мөһиме - һауа торошо механизаторҙарҙың ялан эштәренә лә ҡамасауламай.
Ишле ауылында урынлашҡан комплекста быйыл мал аҙғы әҙерләү ҙә проблемалар булмай. Әлегә 500 тонна бесән, ун мең тонна сенаж бар. Шулай уҡ ошо көндәрҙә ауыл эшсәндәре силос һала башларға йыйына. Дөйөм алғанда, йыл ярымлыҡ запас буласаҡ.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку