Ауыл хужалығында йәш кадрҙарға ҡытлыҡ

Ауыл хужалығында йәш кадрҙарға ҡытлыҡ 17.02.2016

Һуңғы йылдарҙа республикала «500 ферма» һәм башҡа маҡсатлы программалар ярҙамында ҙур агрокомплекстар үҫеш ала, әммә  уларҙа  эшләргә йәштәр юҡ. Башҡортостанда эшсе һөнәрҙәргә уҡыусы студенттарҙы заманса   хужалыҡтар менән таныштырыу маҡсатында экскурсиялар даими ойошторола. Михайловка ҡасабаһындағы Башҡортостан агросәнәғәт колледжы студенттары бөгөн Ҡырмыҫҡалы районындағы  «Артемида» тоҡомсолоҡ  хужалығында булды.

Малдар алдындағы аҙыҡты ҡырға  һелтәп ашарға күнеккән. Силосты һыйырҙарға робот  «Джуна» кире этеп ебәрә. Роботҡа билдәле траектория программалаштырылған. Көнөнә ул һарайҙы  3-4 тапҡыр йөрөп сыға. 1 миллион 200 һум торған  сит ил машинаһы үҙен аҡлай. Хужалыҡта  һәнәк тотҡан эшсене күрмәҫһең.
Бер чип ун йыл хеҙмәт итә. Һыйырҙың ҡасан быҙауларға тейешлеген дә тап унан килгән сигналдар аша белергә мөмкин. Был мөғжизә түгел, замана фермаһы. Мал табиптарына  һәм башҡа ауыл хужалығы белгестәренә  эш ҡалмаған тип уйлаусылар булыр.  Ошондай шарттарҙа әлбиттә, эшсе ҡулдар әҙерәк талап ителә, әммә йәш кадрҙарға ҡытлыҡ  кәмемәй.
Денис Заикин, тоҡомсолоҡ хужалығы мөдире: «Беҙҙә кадрҙар етмәй тип әйтергә мөмкин, әле  мал табиптары, зоотехниктар кәрәк. Йыл һайын аграр университет студенттары беҙҙә практика үтә. Оҡшаһа тороп та ҡалалар».
Михайловкалағы Башҡортостан агросәнәғәт  колледжы студенттарына ферма буйлап экскурсия ойошторолдо. Йәштәрҙе ауылға ҡайтарыу маҡсатын тормошҡа ашырыуҙы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре профсоюздары республика комитеты уҡыу йорттары менән берлектә  алып бара.
Экскурсияға килеүсе студенттарҙың  бөтәһе лә тиерлек ауылда тыуып үҫкән. Беренсе курс егеттәре араһында етди маҡсат ҡуя белгәндәре барлығы шатландыра.  
Бында эшкә килеүсе белгестәргә  ятаҡтан  бүлмә бирелә.  Йорт һалыу өсөн бушлай  ер бүлеү ҙә ҡаралған. Эш хаҡы егерме меңдән юғарыраҡ, ти хужалыҡ етәкселеге. Йөҙ тапҡыр ишеткәнсе бер тапҡыр күреү яҡшы. Ауыл хужалығы белгестәре әҙерләүсе уҡыу йорттарының ошондай экскурсиялары киләсәктә лә  дауам итәсәк.
Республикала агросәнәғәт комплексының кадрҙар ҡеүәтен  дәүләт тарафынан  яҡлау тураһында программа тормошҡа ашырыла. Уға ярашлы, ауыл ерҙәрендәге предприятиеларҙа эшләүсе  йәш белгестәргә өс йыл дауамында айлыҡ түләүҙәр бүленә.  Шулай уҡ юғары уҡыу йорттарын тамамлаусыларға 100, урта махсус уҡыу йорттарын бөтөргән йәштәргә 60 мең һум күләмендә бер тапҡыр пособие ҡаралған.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку