Ауыл хужалығында XXI быуат

Ауыл хужалығында XXI быуат 15.08.2015

Барыһы ла автоматлаштырылған. Хәбибрахмановтарҙың ғаилә һөтсөлөк фермаһында тиҙҙән һыйырҙарҙы роботтар һауасаҡ. Әле хужалыҡта «500 ферма» республика программаһы сиктәрендә быға әҙерлек бара.

Малдар хужаларының тауышын әллә ҡайҙан таный. Ферма мөдире Әлфиә Шәрәфетдинова уларҙы ҡулға өйрәткән. Яҡшы тәрбиә, хәстәрлек тоҡом үгеҙе Оскарҙы көтөүҙең тоғро һаҡсыһына әйләндергән.

Мәктәпкәсә белем биреү педагогы Әлфиә Шәрәфетдинова һуңғы өс йылда ауыл хужалығы һөнәрҙәрен үҙләштергән. Татыу коллектив, хеҙмәт хаҡы эштең ауырлығын оноттора, ти ул.

Әлфиә Шәрәфетдинова, крәҫтиән-фермер хужалығы мөдире: «Ниәттәр юғары, өмөт тә бар. Киләсәктә хужалыҡты тағы ла ҙурайтырға иҫәп тотабыҙ. Хеҙмәткәрҙәр лайыҡлы эш хаҡы алһын өсөн тырышабыҙ».

Хәбибрахманов крәҫтиән-фермер хужалығында, һөтсөлөк тармағы малсылыҡҡа ҡарағанда күберәк һәм тиҙерәк табыш килтерә, тигән инаныу йәшәй. Шуға ла улар ошо йүнәлеште үҫтерергә ҡарар иткән. Ике йыл элек 8 миллион һумға 100 баштан ашыу ҡара-сыбар тоҡом һыйырҙары һатып алынған. Сығымдарҙың байтаҡ өлөшөн «Ғаилә һөтсөлөк фермаһы» программаһы буйынса бүленгән республика гранты ҡаплаған.

Рафаэль Әхмәтйәнов, крәҫтиән-фермер хужалығы идарасыһы ярҙамсыһы: «Һөтсөлөк табышлы тармаҡ. Бер һыйыр көнөнә 15 литр һөт биреп, уны 20 һум менән һатһаң, йылына яҡынса йөҙ мең һум килем алырға мөмкин».
Былтыр хужалыҡ йәнә бер ярҙамсы программала ҡатнашҡан. “500 ферма" республика программаһы буйынса миллион һумдан ашыу силос-сенаж траншеяһы төҙөлөшө өсөн аҡса алған. Июндә мал һарайы төҙөлөшө башланған. Нигеҙ әҙер, ошо көндәрҙә иҙәндәрҙе монтажлау эшенә тотонмаҡсылар. Автоматлаштырылған ҡоролмаларға заказ бирелгән, аҡсаһы ла түләнгән.
Барый Хәбибрахманов, крәҫтиән-фермер хужалығы идарасыһы: «Һыйырҙарҙы беҙҙә роботтар һауасаҡ. Был эште еңелләштереп кенә ҡалмай, һауым күләмен дә арттырасаҡ».

Ауыл хужалығында роботтарҙы ҡулланыу – киләсәк талабы. Фермер өсөн айырыуса... Әгәр ҙә бөгөн бер һыйыр йылына дүрт мең литр һөт бирһә, роботтар эшкә егелгәс һауым күләме 6-8 мең литрға тиклем етер, тип күҙаллана. Хужалыҡ етәкселеге билдәләүенсә, ферма быйыл көҙ сафҡа инәсәк.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку