Ауыл хужалығы эшсәндәренең хеҙмәте яуаплы ла, ҡатмарлы ла

Ауыл хужалығы эшсәндәренең хеҙмәте  яуаплы ла, ҡатмарлы ла 03.11.2016

Тап шуның өсөн дә был һөнәр эйәләре айырыуса хөрмәт менән файҙалана.

Был турала Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары   Ирек Мөхәмәтдинов хеҙмәт алдынғыларына юғары дәүләт  наградаларын тапшырыу тантанаһында белдерҙе. Ауыл хужалығы продукцияһын етештереүҙә юғары ҡаҙаныштарға өлгәшкәне өсөн Дәүләкән, Туймазы, Благовар, Краснокама, Нуриман, Ауырғазы һәм Ҡырмыҫҡалы райондары республика Хөкүмәте дипломдары менән бүләкләнде. «Башҡортостанда фиҙаҡәр хеҙмәт өсөн» тигән маҡтау билдәһенә 12 кеше лайыҡ булды. Иллегә яҡын хеҙмәткәргә республиканың Почет грамоталары тапшырылды. Тағы ла өс тиҫтәләп кеше «Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды. Тантанала ауыл хужалығы предприятиелары ла иғтибарҙан ситтә ҡалманы.
Башҡортостан Хөкүмәте дипломдары менән шулай уҡ яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшкән ауыл хужалығы идаралыҡтары, маҡсатлы программаларҙа ҡатнашыусылар, ветеринар учреждениелар һәм тоҡомсолоҡ предприятиелары бүләкләнде. Ауыл кешеһенең тырыш хеҙмәтен киң мәғлүмәт сараларында әүҙем яҡтыртҡан хәбәрселәр ҙә иғтибарҙан ситтә ҡалманы. «Һөнәре буйынса иң яҡшыһы» номинацияһында «Яңылыҡтар» хеҙмәтенең махсус хәбәрсеһе  Рәмзиә Кәримова-Байбулатова  Башҡортостан Хөкүмәте дипломы менән бүләкләнде.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика