Ауыл эшсәндәре быйыл да ябай булмаған шарттарҙа эшләне

Ауыл эшсәндәре быйыл да ябай булмаған шарттарҙа эшләне 15.11.2014

Май айы һәм июнь башындағы ҡоролоҡтан һуң республиканың күп өлөшөндә оҙайлы ямғырҙар башланды. Шулай булһа ла аграрийҙар республикаға артығы менән  етерлек күләмдә иген һәм мал аҙығы әҙерләй алды.

Үҫтерелгәнде йыйып алыу өсөн механизаторҙарға ҡоро көндәрҙең һәр минутын ҡулланырға тура килде. Игендең күп өлөшөн киптереп  мәшәҡәтләнһәләр ҙә, ауыл эшсәндәре республика элеваторҙарына 2 млн 700 мең тонна уңыш тапшырҙы. Иң күп игенде быйыл Стәрлетамаҡ, Саҡмағош, Мәләүез, Илеш һәм Дәүләкән райондары үҫтереп, йыйып алды. Быйылғы картуф һәм сөгөлдөр күләме лә 1 млн. тоннанан ашып китте.
Ун ай эсендә республикала 1 млн.ярым тоннаға яҡын һөт һәм 236 мең тонна ит етештерелде. “500 ферма» программаһында 200 ашыу хужалыҡ ҡатнаша. Был программаға Хөкүмәт бүлгән ярҙам 1 млрд 200 млн һумға барып етте. Республика яландарының 17 процентын фермерҙар эшкәртә. Улар быйыл республикаға 400 мең тоннанан ашыу иген бирҙе. Көнбағыш, шәкәр сөгөлдөрө һәм йәшелсә үҫтереүҙә лә фермерҙарҙың өлөшө йылдан- йыл арта. Аҙыҡ-түлек эшкәртеү менән республикала мең предприятие шөғөлләнә. Улар быйылғы 10 айҙа етештергәндең хаҡы 46 млрд һумдан ашып китте.
Ришат Миндияров

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку