Ауыл ерендә етеш тормош

Ауыл ерендә етеш тормош 07.07.2015

Әбйәлил районының Хәлил ауылында йәшәүсе Ҡусҡаровтар ғаиләһе ауыл хужалығынан табыш алыу нескәлектәрен яҡшы белә.  Ғаилә  йылҡысылыҡ, умартасылыҡ менән шөғөлләнә. Мал  көтөп  ит һатыуҙан килем ала.

Тышта әле таң һыҙыла ғына башлаған, ә Сәлиә Ҡусҡарова күптән һарайҙа, бөйрәкәйҙәре янында. Тиҫтәнән ашыу  һыйырҙы ҡул менән һауыу  оҫталыҡ, таһыллыҡ ҡына түгел, ваҡыт та талап итә. Шуға күрә йәйгеһен хужабикәгә йылы юрған аҫтында иркәләнеп  ятырға форсат юҡ. Ҡырға 15 һыйыр ҡыуабыҙ, шуға көтөү ҙә беҙҙән башҡа ҡуҙғалмай, ти Ҡусҡаровтар.
Ҡусҡаровтар һөт һатыу менән махсус рәүештә шөғөлләнмәй, төп килем  ит тапшырыуҙан алына, шуға  хужалар быҙауҙарҙы йышыраҡ имеҙергә тырыша. Имеп йөрөгән  мал  тиҙ күтәрелә, көр була, ти хужа.  Ҡусҡаровтарҙың тағы бер  табыш сығанағы - йылҡысылыҡ. Фермерҙарҙың 200 баш тирәһе йылҡыһы бар,  өйөр Ирәндек буйында экологик яҡтан таҙа биләмәлә  йөрөй. Көн һайын бында 100 литрға яҡын һөт һауып алына.   Хужалар ҡымыҙҙы боронғо ысулдарға нигеҙләнеп бешә.  Тәүҙә көбөнө ыҫлау мотлаҡ, шул ваҡытта эсемлек тәмле лә, шифалы  ла була, ти Сабир Ҡусҡаров.  
Һыйырҙан айырмалы, бейә һөттө әҙерәк бирә, әммә уны  сәғәт һайын тиерлек һауырға кәрәк.  Ҡымыҙҙы  бешеү ҙә  даими иғтибар талап итә, онотолоп йөрөһәң һөттөң ойоуы ла ихтимал.
Ҡымыҙ хәрәкәт ярата.   Күберәк туҡыған  һайын ул ҡуйыра, тәмләнә бара. Шуға күрә лә хужалар шифалы эсемлекте бер ваҡытта ла иғтибарһыҙ ҡалдымай. Әҙер эсемлек аҙнаһына өс тапҡыр «Асы» шифаханаһына оҙатыла. Ҡусҡаровтарҙың ҡымыҙын ауылдаштары ла  яратып эсә.
Тиҫтәнән ашыу баш һыйыр, 200 баш йылҡы. Ҡусҡаровтарҙың  ҡул ҡаушырып ултырырға ваҡыты юҡ. Ғаиләлә балалар ҙа бәләкәй саҡтан эшкә өйрәнеп үҫә.
Әсәнән күргән тун бескән, атанан күргән уҡ юнған тигән һымаҡ, Ҡусҡаровтарҙың  улы ата-әсәһенең юлын - ауыл хужалығын һайлаған, район хужалыҡтарының береһендә ветеринар булып эшләй. Әле ул умартасы  һөнәрен дә үҙләштерә башлаған. Өлкән ҡыҙҙары быйыл  ғына ҡулына диплом алған, кеселәре студент. Ғаиләнең төп маҡсаты балаларын үҙаллы тормошҡа  ныҡлап  аяҡ баҫтырыу. Өлгө эҙләп ситкә йөрөргә кәрәкмәй
Ҡусҡаровтарҙың тормош рәүеше ауылда  эш юҡ тип зарланыусыларға тапҡыр яуап. Теләк һәм тырышлыҡ булғанда матур итеп донъя көтөргә лә, табыш алырға ла мөмкин.
Рәмзиә Кәримова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку