Һауа торошоноң тотороҡһоҙлоғо сәсеү компанияһына ла йоғонто яһамай ҡалманы

Һауа торошоноң тотороҡһоҙлоғо сәсеү компанияһына ла йоғонто яһамай ҡалманы 06.06.2017

Башҡортостан ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, республика аграрийҙары иртә культураларҙы 2 миллион гектарҙан ашыу майҙанда сәскән, был пландың 97 проценты.

14 районда эштәр теүәлләнгән. Ведомствонан хәбәр итеүҙәренсә, иртә культураларҙың дөйөм майҙанын иген һәм ҡуҙаҡлы культуралар 1 миллион 400 мең гектар-98%, шәкәр сөгөлдөрө - 51 мең гектар - 100%, көнбағыш 227 мең гектар - 99,6% тәшкил итә.  
Башҡортостан хужалыҡтары 2017 йылда 3 миллион 500 мең тонна иген, 1 миллион 700 мең тонна картуф һәм йәшелсә, миллион ярым тонна шәкәр сөгөлдөрө, 200 мең тонна көнбағыш йыйырға иҫәп тота.
Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, насар һауа торошо бөтә төр баҫыу эштәренең темптарын тотҡарлаған

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку