Архангел районы тәбиғәте йылҡысылыҡ менән шөғөлләнеү өсөн уңайлы

Архангел районы тәбиғәте  йылҡысылыҡ менән шөғөлләнеү өсөн уңайлы 09.06.2015

Уйһыулыҡта мал утлар өсөн үләне лә, ҡышын тибендә йөрөр өсөн ялан ерҙәр ҙә  етерлек. Тирәкле ауылында йәшәүсе фермер ҡымыҙ бешеүҙе ун бейәнән башлаған

Улар фермерлыҡта  тотош ғаилә менән эшләй. Бизнес- план төҙөп хөкүмәт грантына эйә булыу Айбулат Фәрит улының  күптәнге хыялы була. Ниһайәт, былтыр ниәте  тормошҡа аша. Грант аҡсаһына ул малдарын ишәйтә. Бөгөн  бейәләр һаны 65-кә еткән. Хужалыҡта ҡулланыу өсөн техникаһы ла етерлек.
Айбулат  Шәрәфетдинов, крәҫтиән-фермер хужалығы етәксеһе: «Өс тракторым бар. Аттар алтмыш биш булып китте. Хөкүмәт ярҙамында малдар һанын  ишәйттек. Әлеге көнгә отчетым бирелгән. Швед һауыу аппараты ғына алынмаған. Уныһын да яҡын арала хәл итергә тейешбеҙ».
Бейәләрҙе ҡыҙы менән кейәүе  ҡарай. Малҡайҙарҙың холҡон улар яҡшы белә. Януарҙар күндәм, хужаларын бер ҡараштан аңлап тора. Киләсәктә һауын барышын еңелләштерергә лә ниәттәре бар. Швецияла етештерелгән  аппараттарҙы һатып алырға иҫәп тота йүнселдәр.
Алина Шайхина, бейә һауыусы: «Аттарҙан һәйбәт энергия килә. Һауған саҡта рәхәт . Кешәләргә сихәтле эсемлек тәҡдим итәһең, улар рәхмәт уҡып һауығып китһә, үҙеңде табип кеүек тояһың».
Ысын башҡорт ҡымыҙын етештереүҙең сере - ҡул хеҙмәтендә. Биш йыл киптерелгән йүкә батмандарҙағы ҡымыҙҙы бешеүгә  хужалар бөтә күңелен һала. Шуға ла шифалы эсемлек күпереп тора.
Гүзәл Борханова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика