Ҡала һәм Рәсәй көнөндә Өфө халҡы өсөн ауыл хужалығы тауарҙары йәрминкәһе ойошторолдо 12.06.2015

Йәй башы булыуға ҡарамаҫтан ауыл эшсәндәре ҡала халҡына мул ылау килтергән.

Булмаһа булмай икән, баҙарҙа сөсө икмәк , тиһәләр ҙә йәрминкәлә ҡамыр ризыҡтарының ниндәй генә төрө юҡ. Икмәк-тормош ҡото , тип етештереүселәр һатыуға башлыса ҡамыр ризыҡтары  килтергән. Икенсенән ул  бындай эҫелә боҙолоп та бармай.
Яңы уңыш әле йыйылмаған, һуғым осорона ла  байтаҡ ваҡыт бар. Шуға ҡарамаҫтан, ауыл эшсәндәре ҡалаға барыһын да алып килергә тырышҡан. Тик бына һаҡлау һәм һатыу шарттары ғына эҫелә бер аҙ ҡатмарлаша.
Ә бына ҡорот, ҡатыҡ кеүек әсетелгән һөт ризыҡтарын һатыусыларға көндөң эҫелеге бөтөнләй тәьҫир итмәй. Халҡыбыҙҙың милли аҙыҡтарын халыҡ сират  тороп ала.
Шулай ҙа йәрминкәне ойоштороусылар ҙа сауҙа итеүселәргә ҡәтғи талаптар ҡуйған. Һыуытҡыстары булмаған ит, һөт һатыусыларға майҙандан урын бирелмәй. Кәштәләргә сығарылған аҙыҡ-түлек тә етди тикшереү үтә. Хатта, бактерияларға ҡаршы иң яҡшы дарыу һаналған бал да .
Йәрминкәнән ике яҡ та ҡәнәғәт. Халыҡ ауыл хужалығы таураҙарына ҡытлыҡ осоронда арзан хаҡҡа аҙыҡ-түлек туплап ҡалһа, һатыусылар хаҡты бер аҙ кәметеп булһа ла , әммә күпләп һатыуҙан аҡса эшләп ҡалды.
Айнур Кәбиров

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика