Агросәнәғәт комплекстарына - дәүләт ярҙамы

Агросәнәғәт комплекстарына - дәүләт ярҙамы 24.08.2017

Быйылдан Рәсәйҙең ауыл хужалығы тауарҙарын етештереүселәр банктан льготалы кредит ала башланы - йыллыҡ ставка биш проценттан да артмай. Яңы мөмкинлек менән республика предприятиелары ла уңышлы ҡулланған. Дәүләкән районында яңы комбайндар һатып алынһа, Бүздәк районында сусҡасылыҡ буйынса селекция-генетика үҙәге төҙөлә.

Дәүләкән районындағы «Башаҡ» агрофирмаһында ужым арышын йыйыу эштәре тамамланып бара. Баҫыуҙа техника тауышы бер минутҡа ла тынмай. Ауыл эшсәндәре һауа торошоноң ҡулай булыуынан файҙаланып ҡалырға тырыша.
«Ҡорос ат»тарҙың яңы булыуы , ысынлап та, баҫыу эштәрен күпкә еңеләйткән. Быйыл районда үҫемселек һәм малсылыҡ менән шөғөлләнгән эре холдинг льготалы инвестиция кредиты менән ҡулланып, биш яңы комбайн һатып ала.  Уларҙың күбеһе «Башаҡ» агрофирмаһына йүнәлтелә. 25 йыл механизатор булып эшләгән Раил Фәхриев Рәсәйҙә йыйылған ҡеүәтле техника сит илдекеләрҙән бер ҙә ҡалышмай,-ти.
Холдингтың Дәүләкән һәм Әлшәй райондарында - 35 мең гектар ере бар. Киләсәктә баҫыу майҙандарын тағы ла киңәйтеү планлаштырылған. Әйткәндәй, быйыл компания яҙғы баҫыу эштәренә лә льготалы кредитлау буйынса дәүләт ярҙамы ала. Банк ни бары өс процент ставкаһы менән 200 миллион һум бирә! Был ташламалар йыл башынан федераль бюджеттан  кредит алыуға субсидиялар бүленә башлауға бәйле. Иң мөһиме - хеҙмәттәшлек иткән банктар һаны ла бермә-бер артҡан. Ҡыҫҡа ваҡытлы кредиттар буйынса республика предприятиеларына 2 миллиард һум бирелһә, инвестиция кредиттары буйынса - 5 миллиард һумдан ашыу аҡса йәлеп ителгән. Процент ставкаһының биш проценттан  артмауы - программала ҡатнашыусылар һанын да арттырған.
Илшат Фәйзрахманов, Башҡортостандың ауыл хужалығы министры: «Быйыл яҙғы баҫыу эштәренә льготалы кредит алыуҙа лимит бөткәндә Башҡортостан хөкүмәте беҙгә ҙур ярҙам күрһәтте.  Республика бюджетынан 120 миллион һумлыҡ субсидия бүленде. Йәғни былтырғы йыл механизмы ҡабатланды, ауыл эшсәндәре башта коммерция кредиты ала, артабан уларға ҡаҙнанан матди ярҙам күрһәтелә».
Бүздәк районында ла льготалы инвестиция кредиты ярҙамында быйыл сусҡасылыҡ буйынса яңы генетика-селекция үҙәге төҙөлә башланы. Ул 5400 инә сусҡаға иҫәпләнгән. Рәсәй буйынса был иң күләмле проекттарҙың береһе  һанала - йылына 20-30 мең баш сусҡа һатыуға сығарыласаҡ. Холдинг заемсылар реестрына инеүгә апрелдә хуплау ала, ике ай эсенда кредит килешеүенәҡул ҡуйыла. Әлегә төҙөлөш эштәренә 600 миллион һум тотонолған, проект дөйөм алғанда - 2 миллиард ярым һумға иҫәпләнгән.
Мансур Латипов, «Башҡортостан ит компанияһы» йәмғиәтенең финанс директоры: «Был дәүләт ярҙамының ҙур өҫтөнлөктәре бар. Банк менән берҙәм тәҙрә режимында эшләйбеҙ. Субсидиялар финанс ойошмаға тура килә, ә заемсы льготалы ставканы ғына түләй. Инвестиция проекттары өсөн процент ставкаһының биш проценттан да артмауы - күләмле проекттарҙы тормошҡа ашырыуға ҙур мөмкинлектәр аса».
Әлегә төҙөлөш майҙансығында эш ҡайнай. Яңы корпустарҙың стеналары күтәртелә, ҡыйығын ябыу буйынса монтажлау эштәре бара. Шулай уҡ биләмә тәртипкә килтерелә, асфальт түшәлә.
Селекция-генетика үҙәге киләһе йыл сафҡа индереләсәк. Бында 200-ән ашыу эш урыны булыр тип көтөлә. Шулай уҡ компания етәкселеге республика биләмәһендә сусҡасылыҡ буйынса тағы ике комплекс төҙөргә ниәтләй. Әлегә льготалы кредитлау буйынса дәүләт ярҙамы алыуға барлыҡ документация хуплау үткән.


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку