Ғафури районында умартасыларҙың 14-се республика конкурсы үтте

Ғафури районында умартасыларҙың 14-се республика конкурсы үтте 22.08.2014

Быйылғы бәйгелә шулай уҡ йәш ҡортсолар ҙа ҡатнашты. Бәйгеселәрҙең теоретик белемдәре, "өйгә эш"тәре тикшерелде, практик тәжрибәһе ҡаралды. Ғафури районы үҙәге ысын мәғәнәһендә бер көнгә татлы төбәккә әүерелде.

Балтас районынан Фәрит Солтанов бер төркөм умартасыларға үҙенсәлекле алым буйынса бал айырыу, Ғафуриҙан Марат Солтанов күс айырған бал ҡорттарын дөрөҫ итеп умартаға урынлаштырыу юлдары менән таныштырҙы. 14-се республика бәйгеһе конкурсанттары "өйгә эш" номинацияһында һынау тота. Һәр кем тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Кемдер видеояҙма ярҙамында доклад әҙерләп, икенселәр үҙе уйлап тапҡан махсус ҡоралдар менән сығыш яһаны.

Конкурстан йәш ҡортсолар ҙа ситтә ҡалманы. Республика район-ҡалаларынан 41 үҫмер умарта рамдарын дөрөҫ урынлаштырыуҙа ярыша. Был һынау бал ҡорттарын икенсе йылға һаҡлап ҡалыуға ҡайтып ҡала.

Ә бүлмәлә конкурсанттарҙың килтергән балы тикшерелә. Белгестәр дәүләт стандарттарына ярашлы, татлы аҙыҡтың биохимик һәм органолептик, йә иһә балға төҫө, еҫе, тәменә, шулай уҡ продукцияла күпме һыу һәм кислотаһы булғанлығынан сығып баһа ҡуйыла.

Лаборатория белгестәре татлы аҙыҡты ентекләп тикшерҙе. Йүкә, сәскә, ҡарабойҙай балы - барыһы ла дәүләт стандарттарына тап килеүен белдерҙе. Конкурс сиктәрендә Красноусол ауылында бал йәрминкәһе лә гөрләне. Район халҡы һәм ҡунаҡтары татлы ризыҡтан ауыҙ итте, һатып алды. Йәрминкәлә бал ғына түгел, уның продукциялары ла - прополис, инә бал ҡортоноң һөтө, һеркә, бал балы ла һатылды.

Шулай итеп, Башҡортостандың быйылғы иң тәжрибәле умартсыһы Ауырғазы районынан тип танылды. Сарала ҡатнашыусыларҙың береһе лә иғтибарҙан ситтә ҡалманы. Һәр кемгә иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.

Азат Ғәлиуллин


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку