Аҙна яңылыҡтары. Әлегә Рәсәйҙә продукцияның ни бары 1 проценты ғына экологик яҡтан таҙа һанала

Аҙна яңылыҡтары. Әлегә Рәсәйҙә продукцияның ни бары 1 проценты ғына экологик яҡтан таҙа һанала 04.06.2017

Сағыштырып әйткәндә, Америка  менән Европала уның күләме 8 тапҡырға күберәк. Тик шуныһы, импортҡа улар химияла үҫтерелгән  йәшелсә-емештәрҙе генә сығара, ә сифатлыһы үҙҙәренә ҡала. Мәсьәлә буйынса беҙҙә лә борсола башланылар. Рәсәйҙә органик продукция етештереү һәм уның әйләнеше тураһында закон проекты әҙерләнә. Ул 2018 йылдан ғәмәлгә инеүе ихтимал.

Ҡануниәт үҙгәрһә экологик яҡтан таҙа, тәбиғи шарттарҙа  етештерелгән аҙыҡ-түлек химияла етештерелгәненән айырылып торасаҡ. Йәғни, махсус сертификаты буласаҡ. Тап шул рәүешле генә ашаған аҙыҡтың сифатын, үҙ сиратында сәләмәтлекте, киләсәкте тәьмин итеп була, ти белгестәр. Ләкин етештереүселәр тота килеп химиянан баш тартып органик ашламаларға күсергә әҙерме? Ҡасан тәбиғи ашламала үҫтерелгән йәшелсә-емеш ашай башларбыҙ?
Ауырғазы районы Яңы Атйетәр ауылында йәшәүсе Вәли Аҡбашев ҡыш буйына йыйылған мал аҫтының тамсыһын дә әрәм итмәй. Буштан килгән ашлама, ти ул. Тиреҫтә йәшелсә-емеш ҡотороп үҫә.
Ерҙе тиреҫ менән ашлау борондан килгән һәм барыһы ла ҡулланған алым. Ләкин самаһын белмәгәндә тиреҫтең үҫентеләрҙе яндырыуы ла бар. Бишбүләк районының Айыт ауылы урта мәктәбендә тиреҫте тағы ла уңдырышлыраҡ итергә өйрәнгәндәр. Ябай селәүсендәр ярҙамында.
Селәүсендәр өс көн эсендә ун тонна тиреҫтән алты тонна юғары уңдырышлы тупраҡ эшкәртеп сығара.  Ни бары һыу ғына һибеп торорға кәрәк. Шулай итеп мал тиҙәге лә аҡсаға әйләнә.
Фән өлкәһе ерҙең уңдырышлығын тәбиғи юлдар менән арттырыу буйынса тағы ла алға киткән. Был ҡаптарҙағы бактериялар, хатта, ағыулы тауыҡ тиҙәген дә, башҡа зарарлы матдәләрҙе лә  биогумусҡа әйләндерә. Органиканы производство күләмендә күтәреүсе «Башинком» предприятиеһы Рәсәйҙә йылына 14 мең тоннанан ашыу стрессҡа ҡаршы тора алыусы һәм мул уңыш алырға булышлыҡ итеүсе биопродукция етештерә.
Әлбиттә, бактериялар  сүп үләндәренә ҡаршы көрәшеүсе химик ашламаларҙы тулыһынса алмаштыра алмай, әммә тупраҡты һәм үҫемлектәрҙе һауыҡтырыу һәләтенә эйә.
Химик ашламалар ҡулланыу тупраҡтың файҙалы өлөшөн бөтөрә. Күп кенә Европа илдәре экологик продукция тигән талап ҡуя. Беҙ күп тарафтарҙа  химия ҡулланғас, экспортҡа сыға алмайбыҙ. Шуға ла берҙән-бер юл органик ашламалар етештереүҙе сәнәғәт күләменә күтәреү.
Тупраҡтың уңдырышлығын арттырыусы препараттар байтаҡ, әммә тота килеп химияны алмаштырырлыҡ күләмдә түгел. Ә бит  Тупраҡты ярлыландырыусы, ризыҡ аша һаулыҡҡа ҙур зыян килтереүсе химик ашламаға альтернатив булған органик ашламаларға күсеү көн талабы. Рәсәйҙә органик продукция етештереү һәм уның әйләнеше тураһында закон проекты әҙерләнә. Уның 2018 йылдан ғәмәлгә инеүе ихтимал.  
Нисек кенә мәшәҡәтле, ҡиммәт һәм оҙайлы булмаһын, беҙ ең һыҙғанып бөтә ил менән органик ашлама етештерергә керешергә тейешбеҙ. Бөгөнгө баҙар ҙа шундай талап һәм шарттар ҡуя. Органик ашламаларға ни тиклем тиҙерәк йөҙ менән боролһаҡ, шул тиклем химик элементтарҙан азат, таҙа, хуш еҫле, үҙ тәме булған еләк, алмалар менән  туҡланасаҡбыҙ.
Нисек кенә булмаһын, бөгөн ауыл хужалығында егелеп эшләүселәр өсөн иң мөһиме, иҡтисади һөҙөмтә. Бөгөн һәр бер  фермер бәләкәй сығымдар менән отошло технология ҡулланырға ынтыла. Ҡош һәм мал тиҙәген ферменттар менән байытып, термик эшкәртеүҙе, шул уҡ тиреҫте микротулҡындар менән эшкәртеү ҙә киләсәктә киң ҡулланылыш аласаҡ. Иң мөһиме, донъя тәжрибәһенә таянырға һәм тирә-яҡ мөхиткә зыян итмәҫкә. Биоашламаларҙы ауыл хужалығында күпләп ҡулланыуға күсеү  һаулыҡ һаҡлау  өсөн дә мөһим аҙым булып тора һәм еребеҙҙең уңдырышлы ҡатламын һаҡларға ярҙам итә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку