2021 йылда Өфө Бөтә донъя умартасыларын берләштереүсе ҡалаға әйләнеүе ихтимал

2021 йылда Өфө Бөтә донъя умартасыларын берләштереүсе ҡалаға әйләнеүе ихтимал 16.08.2016

Әлегә Башҡортостанда Апимондия Халыҡ-ара конгрессын уҙғарыуға ғариза ебәрелгән. Рәсәйҙең ауыл хужалығы министрлығы тарафынан да ризалыҡ бар, һуңғы тапҡыр илдә был күләмле сара 45 йыл элек кенә уҙғарылған.

"Донъя кимәлендә ойошторолған йәрминкә-күргәҙмәләрҙә башҡорт балының алтын миҙалдарға лайыҡ булыуы юҡҡа түгел," - ти егерменсе йыл умартасылыҡ менән шөғөлләнгән Илгиз Шәңгәрәев. Уның фекеренсә, Башҡортостандың төп байлығы - йүкә урмандарында. Был майҙандарҙы һаҡлап ҡалыуға һәр кем үҙ өлөшөн индерергә тейеш. Әйткәндәй, былтыр йүнсел республикала был тармаҡта эшләүсе абсолют чемпион исеменә лайыҡ булған. Әле лә ул мул уңышҡа ҡыуана, ҡоро йыл булыуға ҡарамаҫтан, "бал шыйыҡ түгел,"- ти.

Сәләмәтлек өсөн файҙалы башҡорт балының хәҙер үҙ йорто ла бар. "Аҡбуҙат" ипподромында урынлашҡан  объектты быйыл Умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү институты асҡайны. Музейҙы хәтерләткән урында республиканың төрлө төбәктәрендә һығылған бал менән бер рәттән, косметика продукцияһы ла ҡуйылған. Был туристарҙы йәлеп итерлек лайыҡлы майҙансыҡ, әлбиттә. Хәйер, 2021 йылда тотош донъянан 20 меңдән ашыу умартасы ошо йортҡа ҡунаҡҡа килеүе ихтимал. Башҡортостанда Апимондия Халыҡ-ара конгрессын уҙғарыу ниәте - тармаҡты үҫтереүгә, башҡорт балын яңы баҫҡысҡа күтәреүгә төп этәргес тә булып тора. Сара төбәктә үтерме-юҡмы киләһе йыл Төркиәлә ассоциация ағзаларынаң тауыш биреү һөҙөмтәһендә асыҡланасаҡ.

Шулай ҙа күләмле сараны үткәреү өсөн теләк кенә аҙ, дәүләт яғынан да хуплау, ярҙам кәрәк. Был "Апимондия" Халыҡ-ара умартасылар ассоциялары федерацияһының төп талабы. Ойошманың президенты Филип Майк Кейб республика башлығы менән осрашып та, 2021 йылда уҙғарыласаҡ конгресҡа төбәктең әҙерлек кимәле менән танышты. Рөстәм Хәмитов киләсәктә был тармаҡты үҫтереүгә финанслау артасағын билдәләне.

Сит ил делегацияһы вәкилдәренә Бөрйән районына барып та, ошо ерлеккә хас солоҡсолоҡ, умартасылыҡ кәсебе менән танышыу мөмкинлеге бирелде.

Халыҡ-ара умартасылар конгрессын уҙғарыуға әҙерлек, ысынлап та, етди бара. Тиҙҙән баш ҡалала асыҡ һауала умарталыҡ музейы барлыҡҡа киләсәк. Бөрйәнгә тиклем юл алыҫ, туристар был объектта уҡ башҡорт балын етештереү процессы менән таныша аласаҡ.

ШОС һәм БРИКС саммиттарында Өфө хаҡында бар донъя ишетте. Башҡортостан сираттағы күләмле сараны ла  үткәрергә әҙер. Меңдәрсә сит ил ҡунағын ҡабул итеү өсөн ҙур биналар, ҡунаҡханалар ҙа етерлек. Иң мөһиме район-ҡала умартасылары үҙҙәре үк тәжрибә уртаҡлашыу, башҡорт балын барыһына ла тәмләтеп ҡарау яҡлы.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку