1 ғинуарҙан Таможня союзының «Аҙыҡ-түлек продукцияһы хәүефһеҙлеге» тураһындағы техник регламент үҙ көсөнә инде

1 ғинуарҙан Таможня союзының «Аҙыҡ-түлек продукцияһы хәүефһеҙлеге» тураһындағы техник регламент  үҙ көсөнә инде 27.01.2015

Уға ярашлы, мал тотоусыларға хужалығында һуйылған мал итен  һатыу тыйыла. Закондың ғәмәлгә инеүенә  ай самаһы ваҡыт үтте. Ит менән сауҙа итеүсе ауыл халҡы уны үҙ елкәһендә татып өлгөрҙө лә инде.

Ит менән һатыу итеүселәр ял баҙарында күп була. Был юлы иттең баҙарҙа байтаҡҡа кәмеүе күҙгә ташланды. Был регламент менән бәйлеме, әллә ҡыш уртаһында ғәҙәти күренешме. Иттең хаҡы ла күпкә артҡан. Һыйыр итен хәҙер өс йөҙ һумдан да кәмгә алып булмай.
Яңы закон былай ҙа ауыр хәлдә йәшәгән ауыл кешеһенә яңы талаптар ҡуя, артыҡ мәшәҡәттәр һәм сығымдар өҫтәй. Алыҫ аралыҡта ятҡан Ишейҙән йәки Ишберҙенән малды алып килеү өсөн генә лә күпме саҡрым үтеү кәрәк, уға транспорт сығымдарын да индерергә, һуйыу өсөн түләргә, итте алып ҡайтып кире килтереүҙе лә өҫтәһәң продукция үҙҡиммәтен бөтөнләй аҡламай. Шуға ла баҙарҙа ябай ауыл кешеһен осратманыҡ. Бында йә, фермерҙар, йә алыпһатарҙар ғына сауҙа итә. Яңы ҡағиҙәләр ҙур хужалыҡтарҙы түгел, үҙ һарайында бер-ике баш булһа ла мал аҫрап, шуны һатып, аҡса эшләргә тырышҡандарҙың бәкәленә һуғасаҡ.
Әлбиттә, закон кәрәкле. Бигерәк тә ул малда булған төрлө сирҙәрҙе иҫкәртеүгә ярҙам буласаҡ.
Яңы ҡағиҙәләр халыҡта күп һорауҙар уята. Был хаҡта интернет селтәрендә лә, матбуғат биттәрендә лә төрлө фекерҙәр яңғырай. Бөгөн шуныһы көн кеүек асыҡ - яңы үҙгәреште урындағылар әле ҡабул итергә ашыҡмай.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку