Үҙ йортонда күпләп мал һәм ҡош-ҡорт тотоусыларға һуңғы йылдарҙа сикләүҙәр ҙә, дәүләт яғынан аныҡ ҡына ярҙам да булманы

Үҙ йортонда күпләп мал һәм ҡош-ҡорт тотоусыларға һуңғы йылдарҙа сикләүҙәр ҙә, дәүләт яғынан аныҡ ҡына ярҙам да булманы 11.08.2015

Шулай ҙа күптәр кәмендә 5-6 һыйырлы, тиҫтәләгән һәм йөҙәрләгән ҡош-ҡортло йә һарыҡ-кәзәле булып алды. Рәсәй Хөкүмәте етәксеһе Дмитрий Медведев ауыл хужалығы министрлығына был тармаҡтағы мал һанын кәметеү мәсьәләһен өйрәнергә ҡушты.

Тарих ҡабатлана тигәндәре тағы ла дөрөҫ булып сыҡты. 1963 йылдағы ҡоролоҡ арҡаһында ил етәксеһе Никита Хрущев хаҡтарҙы арттырырға, йорттарҙағы мал һанын кәметергә, продукцияны ит комбинаттарына тапшыртырға фарман бирә.Был ваҡиғаның шаһиттары ул мәлде әле лә асыҡ хәтерләй.
Хөкүмәт рәйесенең йорттарҙағы малдарҙы кәметеү мәсьәләһен өйрәнергә ҡушыуына Ставрополь крайы губернаторы Владимир Владимиров тәҡдиме сәбәпсе булған. - Ҡайһы бер шәхси хужалыҡтар тиҫтәләрсә мең баш һарыҡ тота, уларҙың һанын 20 гә, һыйырҙарҙы 5 кә генә ҡалдырырға кәрәк, - ти губернатор.-Шул уҡ ваҡытта, - ти белгестәр, - бюрократик кәртәләр арҡаһында күптәр,фермерлыҡҡа ҡарағанда, шәхси хужалыҡ булып ҡалыуҙы өҫтөн күрә.
Шәхси хужалыҡты кешеләр хәләл көсө менән ойоштора.Әбйәлил районының Хәлил ауылында йәшәүсе Ҡусҡаровтарҙың да ишле малы бер көндә генә барлыҡҡа килмәгән.Бөгөн инде ата-әсә башлағанды артабан дауам итергә теләүсе яңы быуын үҫеп етте.
Өфө эргәһендәге Чесноковка ауылында йәшәүсе Әғләм Ғәлимовтың ауыл тормошо менән йәшәүе ҡанына һеңгән. -Әҙ-мәҙ ере булған кеше, - ти ул, - һис юғында ҡош-ҡорт үрсетергә тейеш. Йәшелсә-емеш тураһында әйтеп тә торорға түгелдер. Шул уҡ ауылда йәшәүсе Зәки Кадиков, мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫырамаһа ла, үҫтергән йәшелсә-емешенә ҡыуанып бөтә алмай.-Үҙебеҙҙән башҡа тағы ла ике ғаиләгә етә, - ти ул. Әғләм Ғәлимовтың да, Зәки Кадиковтың да фекеренсә,кеше күтәрә алмаҫлыҡ һалымға ынтылғансы, шәхси хужалыҡтарға ярҙам итеү һәм ирек биреүҙән дәүләт отасаҡ ҡына. Әлегә айырым бер губернатор тәҡдиме генә булған «йорттарҙағы мал һанын кәметеү» «ҡаш төҙәтәм тип, күҙ сығарыу » булып ҡуймағайы, ти ветерандар.
Ришат Миндияров

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку