Үҙенең 15 йәшендә ул тыуған йортон ташлап күрше республикаға күсеп китә

Үҙенең 15 йәшендә ул тыуған йортон ташлап күрше республикаға күсеп китә 12.06.2017

Бындай аҙымға Татарстандан Рәмил Сәләховты бала саҡтан йылҡы малына булған һөйөү этәрә. Күптәнге хыялын тормошҡа ашырыу маҡсатында үҫмер Баймаҡ районы Иҫке Сибай ауылында урынлашҡан хужалыҡты һайлай. Улының бындай ҡарарға килеүенә әсә кеше лә ҡаршы килмәй. Бөгөн Рәмил алыҫ араларға сабышыуҙа Рәсәйҙә иң көслөһө һанала. Әле ул һабунтуйҙар менән бер рәттән, халыҡ-ара кимәлдәге ярыштарға ла әҙерләнә.  

Баймаҡ районынан Рәмил Сәләхов үҙенең яратҡан аты менән сираттағы еңеүен яулай. Башҡортостан өсөн сығыш яһай башлағандан алып үҫмер әлегә бер тапҡыр ҙа икенсе булып килмәгән. Бындай ҡаҙаныштарға көндәлек хеҙмәт һәм шәп йүгереүсе аттарһыҙ өлгәшеү мөмкин түгел. Шуға ла Рәмил эшләгән хужалыҡта башлыса таҙа ҡанлы инглиз тоҡомло йылҡыларға өҫтөнлөк бирелә.  
«Любимец» ҡушаматлы ат алыҫ араларға сабышыуҙа Рәсәйҙә иң етеҙе һанала. Былтыр ул Ҡалмыҡстанда 20 километрға уҙышыуҙа хатта Рамзан Ҡадыровтың да аттарын арта ҡалдырып финишҡа беренсе булып килә. Уңыш ҡаҙанғаны өсөн чемпиондың хужаһы Нива автомобиле менән бүләкләнә.  
Үҫмер бөгөн Иҫке Сибай ауылында йәшәүсе Алмас Шөғөровтың хужалығында аттарҙы ярыштарға әҙерләй. Татарстандан күсеп килгән спортсы быйылғы уҡыу йылында Сибайҙағы башҡорт гимназияһында белем алған. Күрше республикала Рәмилдең әсәһе һәм бер туған биш туғаны ҡалған. Йәш кенә булыуына ҡарамаҫтан улар тураһында хәстәрлек күреү ағай кеше үҙенең мөҡәддәс бурысы тип иҫәпләй.
Хужалыҡта бөгөн инглиз тоҡомло тағы ла бер нисә ат аҫрала. Фермер уларҙы йылы яҡтан ҡолон сағында һатып алып төрлө ярыштарға әҙерләй. Яҡшы һөҙөмтә күрһәтеүсе сабыш аттары айырыуса Ҡаҙағстан тарафтарында ихтыяж менән файҙалана. Туғандаш халыҡ уларҙың һәр береһе өсөн 15- 20 мең доллар түләргә әҙер.
Әлеге ваҡытта илдәге иң мәртәбле ярыш тип Рәсәй Президенты Кубогына ат ярыштары иҫәпләнә. Былтыр уның приз фонды 39 миллион һум тәшкил иткән. Алмас Шөғөров та киләсәктә ошо бәйге лә ҡатнашыу хыялы менән янып йәшәй. Әммә бының өсөн аттарҙың рейтингы юғары булырға тейеш. Шуға ла йүнсел хужа  изге ниәттәрен бойомға ашырыу өсөн төрлө ярыштарҙа күберәк ҡатнашып аттарының абруйын тағы ла арттырыға ниәтләй.    


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку