Яман шеште дауалау алымдары камиллаша

Яман шеште дауалау алымдары камиллаша 05.09.2014

Бөгөн Төркиәнең радиация онкологияһы клиникаһы белгестәре Өфө табиптары менән тәжрибә уртаҡлашты.  

Өфөләге уникаль медицина учреждениеһы - ПЭТ-үҙәктә сираттағы операция эшләнде. Арҡа һөйәгендәге шешкә ҡатмарлы операцияны радиация нурҙары менән кибер-бысаҡ яһай. Махсус ҡоролма ҡатмарлы нейрохирургик ысулды алыштыра. Башҡортостан белгестәренә Төркиә табиптары оҫталыҡ дәресе үткәрҙе. Сит илдә был алым иртәрәк ҡулланыла башлаған, шуға күрә тәжрибә лә ҙурыраҡ. Стамбул клиникаһы белгестәре яман шештән яфаланған бер Өфөнө үҙҙәрендә дауаларға ҡарар итте.
 Энис Өзәр, Аджибоден радиация онкологияһы клиникаһы етәксеһе /Стамбул/: «Кибер бысаҡ ярҙамында дауалау менән 2009 йылдан бирле шөғөлләнәм. Ошо осорҙа меңләп кешегә операция яһалды. Өфөлә лә беҙҙәге кеүек яңы технологиялар, ҡоролмалар ҡулланыла. Әммә тәжрибә әлегә етәрлек кимәлдә тупланмаған. Бының өсөн ваҡыт кәрәк. Шуға ҡарамаҫтан, табиптар ҡыҫҡа ваҡыт эсендә бар нескәлектәрҙе үҙләштерер тигән фекерҙәмен».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку