Ялған препараттарҙы асыҡлау маҡсатында бөгөн баш ҡалаға күсмә лаборатория килде 30.03.2016

Ауырыуы бушлай, дауаланыуы ғына ҡиммәт. Өҫтәүенә, Рәсәйҙең генераль прокуратураһы мәғлүмәттәре буйынса илдә һатылған дарыуҙарҙың 15 проценты ялған булыуы билдәләнгән. Иң хәүефләндергәне шул, улар дарыуханаларҙа, поликлиника, дауаханаларҙа ирекле һатыла. Ялған препараттарҙы асыҡлау маҡсатында бөгөн баш ҡалаға күсмә лаборатория килде. Дарыуға анализ бер-нисә секунд эсендә яһала.

Анализға йәшәү өсөн кәрәкле һәм мөһим дарыуҙар ғына һайлап алына. Әлеге ваҡытта улар 7 меңдән ашыу иҫәпләнә. Тик уларҙың барыһы ла тикшереүгә алынмай. Ә һайлап ҡына... Хаҡы ла мөһим түгел. Барыһы ла һаулыҡ һаҡлау учреждениелары һәм халыҡ һорауы буйынса эшләнә.
Фармация индустрияһын ҙур бизнес менән сағыштырырға мөмкин. Дарыуҙар күп һәм  төрлө. Әленән-әле яңырып тора. Ғәмәлдә, тәғәйенләнеше шул килеш ҡала. Хаҡтарға килгәндә, күп нәмә дилерҙарға, ябайлаштырып әйткәндә, ара¬лаш¬сыларға бәйле. Бөгөн бер дауа¬ха¬на ла туранан-тура завод ме¬нән эшләмәй. Предприятие - дилер¬ға, уныһы дауаханаға мөрәжәғәт итә. Һөҙөмтәлә сылбырлы «баҫ¬ҡыс». Тауарға хаҡ өҫтәлеүҙән бигерәк, уның һаулыҡҡа зыян килтереүе хәүефле. Ялған продукцияны асыҡлау маҡсатында йыл да республика дарыуханалары буйлап күсмә экспресс-лаборатория машинаһы йөрөй.
Конкуренттар ҙа йоҡламай. Бөгөн баш ҡала ла ғына мең ярым дарыухана иҫәп¬ләнә. Уларҙың һәр ҡайһыһына һатырға кәрәк. Ләкин кон¬ку¬рентлыҡ бер ҙә генә хаҡтарға йоғонто яһамай. Ғәҙәттә, көнәркәштәр халыҡ¬ты йәлеп итер өсөн хаҡты төшөрә, төрлө ташламалар эшләй, тик был осраҡта түгел. Сөнки ихтыяж бар. Шуға ла ниндәй ҙә булһа дарыу артынан барыр алдынан табип менән кәңәшләшеү мөһим. Ә инде тауар сифатына ҡарата баһаны һәр кем дарыуханала ҡалдыра ҡала.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика