Йәш белгестәргә мөмкинлектәр 15.02.2016

Башҡорт дәүләт медицина университетында студенттар өсөн вакансиялар йәрминкәһе ойошторолдо. Егеттәр һәм ҡыҙҙар менән осрашыуға медицина учреждениелары етәкселәре һәм һаулыҡ һаҡлау министрлығы белгестәре килде.  

Республикала медицина хеҙмәткәрҙәренә ихтыяж әле һаман юғары, быйыл мәҫәлән, дауаханаларға ике мең ярымдан ашыу төрлө тармаҡ белгестәре талап ителә. Айырыуса педиаторҙар, фтизиаторҙар һәм ашығыс ярҙам табиптары кәрәк. Проблеманы хәл итеү өсөн Башҡортостанда программалар эшләп килә, улар ауыл еренә табиптар һәм фельдшерҙарҙы йәлеп итеүгә йүнәлтелгән. Вакансиялар йәрминкәһенә килеүселәр улар алдында асылыусы мөмкинлектәргә юғары баһа бирҙе, медицина учреждениелары етәкселәре менән танышыу киләсәктә эшкә урынлашыуға ҙур ярҙам буласаҡ.
Төрлө вакансияларҙан тыш, Башҡорт дәүләт медицина университеты студенттары алдында сит илдә стажировка үтеү мөмкинлектәре лә асыла. Октябрҙән Башҡортостандан 5 кеше Ҡытайҙың Харбин ҡалаһындағы медицина универститетында белем ала башлаған. Бында егеттәр һәм ҡыҙҙар донъяла киң таралған иң алдынғы дауалау ысулдарын өйрәнә. Уҡыу процесы өс йыл дауам итә, 2018 йылда студенттар Башҡортостанға әйләнеп ҡайтырға тейеш.
Ирина Мостафина, Харбин медицина университеты студенты: «Мин Ҡытайҙа белем алыуыма бик шатмын, унда беҙҙең алда яңы мөмкинлектәр асылды. Фән кимәле, лабораторияларҙың йыһазландырыуы юғарыраҡ. Уҡыу тамамланғас Башҡортостанға ҡайтабыҙ, стажировка килешеүе буйынса беҙ өс йыл университетты эшләргә тейеш».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика