Температура бер-ике сәғәт эсендә 39-40-ҡа тиклем күтәрелһә, ҡалтыратһа, аяҡ-ҡулдар һыҙлаһа, баш ауыртып, йүткерә башлаһағыҙ кисекмәҫтән табипҡа мөрәжәғәт итегеҙ

Температура бер-ике сәғәт эсендә  39-40-ҡа тиклем күтәрелһә, ҡалтыратһа, аяҡ-ҡулдар һыҙлаһа, баш ауыртып, йүткерә башлаһағыҙ  кисекмәҫтән табипҡа мөрәжәғәт итегеҙ 01.02.2016

Был турала Һаулыҡ һаҡлау министрлығының рәсми сайтында урынлаштырылған мәғлүмәттә әйтелә. Ведомство сусҡа киҙеүе билдәләре тураһында иҫкәртмә баҫтырып сығарҙы. Һуңғы тәүлек эсендә статистика тағы ла арта төшкән. Ял көндәренә тиклем 34 кеше ауырыу йоҡторһа, әле рәсми рәүештә  54 кеше  ҡурҡыныс вирус менән зарарланыуы тураһында хәбәр ителә. Табиптар грип эпидемияһы мәлендә халыҡ күпләп йыйылған урындарҙы урап үтергә, гигиена талаптарын теүәл үтәргә кәңәш итә.

Сәфәрҙәгеләргә лә медицина ярҙамы күрһәтеләсәк. Юлда киҙеү йоҡтороусыларҙы дауалау өсөн махсус пункттар ойошторола тип хәбәр итә, Рәсәй тимер юлдары компанияһының  матбуғат хеҙмәте. Станцияларҙа асыласаҡ дауалау үҙәктәре тәүлек әйләнәһенә эшләй. Сәфәрҙә ауырып китеүселәрҙең билеты 10 көн  ғәмәлдә ҡала. Аяҡҡа баҫҡас улар сәфәрен дауам итә ала.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика