Табиптар балалар араһында тән бешеү осраҡтарының йышая барыуына борсолоу белдерә

Табиптар балалар араһында тән бешеү осраҡтарының йышая барыуына борсолоу белдерә 04.03.2015

Әммә, социологтарҙың был хәлгә ҡарата статистикаһы юҡ. Медицина хеҙмәткәрҙәре фекеренсә, был күренеш социаль проблемаға әйләнә бара һәм мәсьәләгә етди иғтибар талап ителә. Тән бешеү осрағы йышайыуының сәбәбе ниҙә?

Өс йәшлек кенә Эльмар ҡайтанан атларға өйрәнә. Аяҡтарына күсереп ултыртылған донор тиреһе әле  уңалып бөтмәгән. Бешкән урын тулыһынса төҙәлеү өсөн байтаҡ ваҡыт талап ителә. Ләкин иң ҡурҡынысы артта ҡалды. Өс ай элек дауаханаға эләккәндә улымдың  биленән аҫ яғына ҡарарлыҡ та түгел ине, тип хәтерләй әсә. Сабый алты операция һәм ҡырҡтан ашыу ҡан ҡойоу процедураһын кисергән.
Республиканың 18-се тән бешеүҙе дауалау үҙәгендә Эльмар кеүек кескәй пациенттар күп. Кемдеңдер өҫтөнә ҡайнар сәйнүк ҡолаған,  ҡайһы берәүҙәр үтеккә тотонған. Ярты тәне бешеп тулыһынса тиерлек марляға уралған балалар ҙа бар. Күренеш нервылары насар булғандар өсөн түгел. Ә был бүлмәлә үтә лә ауыр хәлдәге пациенттар ята. Махсус карауатағы түшәктәргә һауа тултырылған. Шул рәүешле генә бешкән тән әрнеүен әҙерәк баҫырға мөмкин. Тәне бешеүселәр араһында тап балаларҙың артыуын табиптар социаль проблемаға әйләнә бара , тип иҫәпләй.
Табип әйтеүенсә, элегерәк тәне бешеп дауаханаға эләгеүселәр башлыса өлкәндәр булһа, һуңғы йылдарҙа өс-дүрт йәшкә тиклемге балалар арта. Шул уҡ ваҡытта   электр һәм ут сығанаҡтарының хәүефһеҙлек  саралары хәҙер күпкә көслөрәк.  Тап ошо электрон һаҡланыу сараларына артыҡ ашынап күп кенә ата-әсәләр балаһын ҡарауһыҙ ҡалдыра. Һөҙөмтәлә сабыйҙар тәнендә ғүмерлеккә йөйҙәр ҡала.
Айнур Кәбиров

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика