Төпкөл ауылдарҙың һаулыҡ һаҡлау системаһы камиллаштырыла

Төпкөл ауылдарҙың һаулыҡ һаҡлау системаһы камиллаштырыла 29.12.2015

Яңы йыл байрамы алдынан Әбйәлил районы Әбделмәмбәт һәм Хәмит ауылдарында заманса фельдшер-акушер пункттары сафҡа инде. Урындағы халыҡ яңы асылған учреждениеларҙы күптән көтөлгән бүләк тип ҡабул итте.

Әбделмәмбәт ағинәйҙәре шатлығын таҡмаҡҡа һалған. Фельдшер- акушер пункты оло кеше өсөн бигерәк тә көн талабы. Дарыу һәм уколдарҙы бит уларға йыш алырға тура килә.  Быға тиклем уларға  ҡулайлаштырылған бинала сәләмәтлекте  нығытырға тура килгән. Заманса һаулыҡ һаҡлау учреждениеһы иһә төпкөлгә лә уңайлыҡтар алып килә. Олоһо ла, кесеһе лә шат. Ысынлап та, Яңы йылға ҙур бүләк тип билдәләй улар.
Яңы медицина учреждениеһының дөйөм майҙаны 80 квадрат метр. Урындағы пациенттарға тәүге ярҙам күрһәтеү, дауалау процедураларын алыу өсөн бында бөтә мөмкинлектәр ҙә бар тип билдәләй Әбделмәмбәт ауылы фельдшеры Фирүзә Сөләймәнова
Хәмит Әбйәлилдең иң төпкөл ауылдарының береһе. Үҙәк юлдан ул 19 саҡырым алыҫлыҡта, Бөрйән сигендә урынлашҡан. Урындағы халыҡтың сәләмәтлеген һаҡлау, тормош сифатын яҡшыртыу йәһәтенән  учреждениеның әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ, тип билдәләй ауыл хакимиәте башлығы
Әбйәлил районында фельдшер-акушер пункттары ауыл биләмәләрен үҫтереү республика маҡсатлы  программаһы сиктәрендә төҙөлдө. Уларҙы  сафҡа индереү өсөн республика ҡаҙнаһынын 6 миллион һум самаһы аҡса тотонолдо. Һуңғы йылдарҙа тап төпкөлдә тыуым күрһәткестәренең артыуын иҫәпкә алғанда, яңы  һаулыҡ һаҡлау учреждениелары киләсәккә йүнәлтелгән күләмле инфраструктура проекты тип баһаларға мөмкин тигән фекерҙә белгестәр.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика