Стәрлетамаҡта заман талаптарына яуап биргән  ветеринария клиникаһы асылды 29.12.2015

Быға тиклем хужалары дүрт аяҡлы дуҫтарын  дауалау һәм диагностикалау өсөн шәхси клиникаларға мөрәжәғәт иткән. Ҡатмарлы операциялар эшләтеү өсөн Екатеринбург ҡалаларына йөрөһәләр, хәҙер Стәрлетамаҡ ҡалаһында асылған дәүләт ветеринария клиникаһына мөрәжәғәт итә алалар.

Тыныслыҡ урамындағы 160-cы йорт алдында айырыуса йәнлелек. Элегерәк  йорт хайуандарына төрлө анализдар эшләгән лабораторияла хәҙер  заман талаптарына яуап биргән ветеринария клиникаһы эш  башлай. Стәрлетамаҡ районының шәхси хужалыҡтарында 45 меңдән ашыу эре мөгөҙлө мал иҫәпләнә, ә бесәй, эт кеүек йорт хайуандары көндән-көн арта ғына. Тап ошо күрһәткес заманса клиника асылыуға сәбәпсе була ла инде.
Илшат Ғиниәтуллиндың Солтан ҡушаматлы  хаска тоҡомло эте ике тапҡыр ауыр сиргә тарый. Хужа дүрт аяҡлы дуҫын үлем тырнағынан ҡотҡарыусы мал табибы Максим Федоровҡа  рәхмәт һүҙҙәрен белдерә.
Илшат Ғиниәтуллин, Стәрлетамаҡ  ҡалаһында йәшәүсе: «Этемде тәжрибәле ветеринар Максим Федоров аяҡҡа баҫтырҙы. Тәүҙә уны талпан тешләне. Тәжрибәле табип уға тәүге ярҙам күрһәтеп, тейешле дауалау билдәләне. Бында Максим Федоров кеүек изге күңелле, йорт хайуандарын яратҡан  ветеринарҙар эшләүенә ҡыуанып бөтә алмайбыҙ».
Стәрлетамаҡтағы ветеринария  клиникаһы заман талаптарына яуап бирә. Ыҡсым, яҡты бинала  рентген кабинеты, теш дауалау ҡорамалдары һәм операция яһау блоктары урынлашҡан. Кабинеттар бында килеүсе хужалар һәм уларҙың дүрт аяҡлы дуҫтары өсөн  уңайлы итеп йыһазландырылған. Стәрлетамаҡтарҙың  клиника төҙөүгә йөръәт итеүе - ҡалала  һәм районда ветеринария хеҙмәтенә тейешле иғтибар бүленеүе һәм кадрҙар әҙерләү мәсьәләһе юғары кимәлдә булыуы хаҡында һөйләй.
Клиниканың тәүге пациенттарын тәжрибәле мал табибы Максим Федоров ҡабул итә. Хужалары йорт хайуандарына бәйле бөтә һорауҙарға ла яуап таба. Киләсәктә бында стационар, ҡунаҡхана һәм ашығыс ярҙам хеҙмәте лә булдырыласаҡ.
Максим Федоров, Стәрлетамаҡ ветеринария клиникаһы табибы: «Беҙ бөтә ваҡ йорт хайуандарын да ҡабул итәбеҙ. Был клиникала бесәйҙәр, эттәр, ташбаҡалар, хатта крокодилдарҙы ла дауалаясаҡбыҙ».  
Стәрлетамаҡта ветеринария  клиникаһы асылыу өй  шарттарында эт, бесәй кеүек  йорт хайуандарын тотоусылар өсөн генә түгел, күпләп мал аҫыраусы төбәк булараҡ танылған  Стәрлетамаҡ районы халҡы өсөн дә ыңғай һөҙөмтә бирәсәк. Нисек кенә булмаһын, мал-тыуарҙарыбыҙ, йорт хайуандарыбыҙ һау-сәләмәт икән уларҙың хужалары ла шат һәм һаулыҡҡа зарланмаясаҡ. Был тәңшәлдә академик  Павловтың  «Ветеринар бөтә  кешелекте дауалай» тигән һүҙҙәренең хаҡлығына тағы бер инанаһың.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика