Сит илдә етештерелгән ҡиммәтле дарыуҙарҙың аналогтарын эшләүселәргә дәүләт ярҙамы күрһәтеләсәк

Сит илдә етештерелгән ҡиммәтле дарыуҙарҙың аналогтарын эшләүселәргә дәүләт ярҙамы күрһәтеләсәк 03.02.2015

Иң мөһиме медицина препараттарына ҡытлыҡ булырға тейеш түгел. Ил хөкүмәте рәйесе  Дмитрий Медведев һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә көрсөктән сығыу юлдарының өҫтөнлөклө йүнәлештәрен билдәләне. Башҡортостанға эш сәфәре барышында ул баш ҡаланың позитрон-эмиссион үҙәге эшмәкәрлеге менән дә танышты.

Ядро медицинаһы үҙәгенең  ғорурлығы - роботлаштырылған хирургия ҡоролмаһы. Кибербысаҡ скальпелһеҙ генә ҡатмарлы операциялар башҡарыу мөмкинлеге бирә. Ул баштағы яман шеш күҙәнәктәрен  нурҙар ярҙамында ғына яндыра.
Эш башлауына бер йыл да үтмәгән, әммә робот йөҙгә яҡын пациенттың ғүмерен һаҡлап ҡалған. Ҡоролма хирургтар ҡулы етә алмаған ерҙәргә лә операция эшләй ала. Ядро медицинаһы үҙәге теүәл диагностикалау мөмкинлеге биргән позитрон-эмиссион томографияһы менән дә йыһазландырылған. Был ҡоролма яман шеш ауырыуҙарын барлыҡҡа килеү осоронда ғына асыҡларға ярҙам итә. Ун ай эсендә диагностикалау ҡоролмаһы аша 3 меңдән ашыу кеше үткән. Дмитрий Медведев ПЭТ үҙәктәрен башҡа төбәктәрҙә асыу мөмкинлеге менән ҡыҙыҡһынды.
Баш ҡалаға эш сәфәре барышында Дмитрий Медведев маршруттан тайпылып  медицина препараттарына хаҡтар менән дә танышты. Дарыуханаларҙың береһенә инеп ассортиментты барлағандан һуң халыҡ менән әңгәмәләште.
Дарыуҙарға хаҡтарҙы ауыҙлыҡлау мәсьәләләре һаулыҡ һаҡлау өлкәһен көрсөктән сығарыуға арналған видеокәңәшмәлә лә өйрәнелде.  Рәсәй Хөкүмәте рәйесе әйтеүенсә, илдә дарыуҙарға ҡытлыҡ барлыҡҡа килеүенә юл ҡуйырға ярамай. Тәү кәрәкле медицина препараттары һәр дарыуханала булырға тейеш. Шул уҡ ваҡытта хаҡтарҙың нигеҙһеҙ артыуына ла кәртә ҡуйыу мөһим.
Дмитрий Медведев әйтеүенсә,  үҙебеҙҙең фармацевтика предприятиелары дәүләт ярҙамы аласаҡ. Шул уҡ ваҡытта Рәсәйҙә аналогы булмаған сит ил дарыуҙарынан да баш тартырға ярамай, тине. Рөстәм Хәмитов видеокәңәшмәлә сығыш яһап көрсөктән сығыу юлдарының бер нисә йүнәлешен билдәләне.  Атап әйткәндә, республика дарыуҙарҙы үҙәкләштерелгән система буйынса һатып ала. Ошо рәүешле сығымдарҙы кәметеүгә өлгәшелгән
Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә хәлде көйләү йәһәтенән льготалы дарыуҙарға хаҡтарҙы бер тапҡыр ғына индексациялау ҡарала. Шулай уҡ төбәктәргә сит ил препараттары һатып алыуға киткән сығымдарын ҡаплау ҙа күҙаллана. Был алымдарҙың барыһы ла медицина препараттарына хаҡтарҙы тотороҡландырыуға йүнәлтелгән.
Айнур Кәбиров

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика