Сифатһыҙ медицина

Сифатһыҙ медицина 10.11.2014

Табипҡа инергә һыу буйы сират,  дөрөҫ диагноз ҡуймау,сирлеләргә насар мөнәсәбәт,  медицина хеҙмәтенең түләүлегә әйләнеүе - һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә был  ғәҙәти күренеш.    Уны бюджеттан тармаҡҡа бүленгән миллиардтар ҙа,  ниндәйҙер махсус программалар ҙа аралай алмай.

Иртән поликлиника, дауаханаларҙағы табиптарҙың ҡабул итеү бүлмәһе алдында мөнәсәбәт асыҡлашыуҙар башлана.  Берәүҙәр электрон  сират аша алдан яҙылып килгән, икенселәр  иртәнге алтынан     бында. Терапевт берәү генә, ә сирлеләрҙең иҫәбе һаны юҡ. Бер ауырыуҙан арынырға килгәндәр икенсеһен эләктерә. Нервылар ҡаҡшай.
Егерме беренсе быуатта сирләү бик ҡиммәткә төшә. Муниципаль кимәлдә медицина ярҙамы күрһәтеү бигерәк тә аҡһай. Ауыл кешеһе былай ҙа сир боғаҙҙан алмай тороп дауаханаға барырға ашыҡмай. Түҙер хәле ҡалмаған сирлегә тағы ике аҙна  сират көтөргә тура килә.
Мәсетле дауаханаһында табиптар һаны һуңғы йылда ысынлап та кәмегән. 10 белгес Ауыл табибы программаһы буйынса  Мәсәғүткә күскән. Уларҙың урынына икәү килгән. Халыҡҡа Дыуан районына йөрөргә тура килә.
Ә медицина учреждениеһында эшләүселәр эш хаҡын тулыһынса түләмәүҙәренә зарлана. Тиҙ ярҙам машинаһында ун биш йылдан ашыу водитель булып эшләүсе Рамаҙан Нәҙершин бындай хәлдең элек булғаны юҡ ине ти.
Был дәғүәләргә  район дауаханаһы баш табибының бер генә яуабы бар- оптималләштереү. Ә бит һуңғы ваҡытта ғына һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә республика ҡаҙнаһынан 50 миллиард һум аҡса бүленгән.
Ауырыуҙарға дарыуҙарҙы,шприцтарҙы,  хатта бирсәткәләрҙе  үҙҙәренә һатып алырға тура килә. Медицинаны килемле бизнесҡа әйләндереү бара.  Сирлеләр һаны бер ҡасан да аҙаймай. Һыҙланған кеше һуңғы тинен дә сығарып һалырға әҙер. Ә бында баш булып ултырыусы яңы урамда ҙур йортта йәшәй, эш урынынан бирелгән машинала елдерә. Медицина учреждениеһындағы хәлде кем килеп яйларға тейештер…
Рәмилә Исмәғилева

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку