Росздравнадзор илдәге барлыҡ аэропорттарҙың да медицина пункттарын тикшерәсәк 29.08.2014

«Шереметьево» аэропортында бер пассажирҙың ғүмере өҙөлөүгә бәйле, Рәсәй Йәмәғәт палатаһы ошондай талап ҡуйған.  

Медпункттарҙа тәү сиратта кәрәкле препараттар һәм ҡоролмалар булыуы-булмауы асыҡланасаҡ. Аэропорт табиптарында  дефибриллятор, ҡан ағышын туҡтатыусы ҡыҫҡыстар, алкометр - барлығы 100-гә яҡын медицина ҡоролмаһы булырға тейеш.
18 августа Барселонанан туй сәйәхәтенән ҡайтып барыусы йәш ғаилә башлығы аэропортта һәләк була. Йөрәк өйәнәге тотоу сәбәпле, 24 йәшлек Силәбе егете вафат була. «Ашығыс ярҙам» хеҙмәте һуңлап килә. Ғәҙәттән тыш хәл буйынса бөгөн тикшереү  бара. Аэропорттың баш табибы вазифаһынан бушатылған. 25 августа «Өфө» аэропортында ла бер кешенең ғүмере өҙөлдө. Яман шештән яфаланыусы 50 йәшлек ханым үҙен насар тойоу сәбәпле, Төркиәләге ялын өҙөргә мәжбүр була. «Өфө» аэропортының медицина пунктында уға тәүге ярҙам күрһәтәләр, әммә ҡатынды  ҡотҡара алмайҙар.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика