Республикала йыл һайын  меңдән ашыу кеше үҙ-үҙенә ҡул һала 18.03.2015

Ил буйынса был иң юғары күрһәткестәрҙең береһе. Күңелһеҙ статистиканы туҡтатыу мәсьәләләре бөгөн Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов менән Рәсәй Хөкүмәте ҡарамағындағы суицидтарҙы иҫкәртеү буйынса эшсе төркөм етәксеһе Борис Положий араһында үткән осрашыуҙа тикшерелде.

Унда билдәләнеүенсә, хәүеф төркөмөнә тәү сиратта ауыл ерендә йәшәүсе ир-аттар ҡарай. Үҙ ирке менән яҡты донъя менән хушлашыусыларға уртаса 42 йәш. Әммә һуңғы йылдарҙа күрһәткес йәшәргәндән-йәшәрә. Ваҡытында ярҙам ҡулы һуҙғанда уларҙың күбеһенең ғүмерен һаҡлап ҡалырға мөмкин, тине доктор Борис Положий. Ошо маҡсатта Өфөлә психотерапевтик үҙәк ойошторолған. Уның хеҙмәткәрҙәре тормош һынауҙары алдында ҡалыусыларға бушлай ярҙам итергә әҙер. Республика етәксеһе фекеренсә, әле  селтәрҙе киңәйтеү өсөн тулы комплекс төҙөү бурысы тора. Бының өсөн тәү сиратта урындағы властарҙың әүҙем эшмәкәрлек алып барыуы талап ителә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика