Октябрьский ҡалаһында яңы перинаталь үҙәк эш башлаясаҡ 02.03.2015

Ул 80 урынға иҫәпләнгән, проект Башҡортостандың инвестиция программаһы сиктәрендә тормошҡа ашырыла. Бындағы уникаль ҡорамалдар хатта 500-грамм ауырлыҡ менән тыуған сабыйҙарҙы ла аяҡҡа баҫтырыу мөмкинлеген бирә ала. Әсә һәм бала һаулығын һаҡлау төбәктә төп бурыстарҙың береһе тип билдәләне Республика башлығы.  

Был ниндәйҙер мәғәнәлә еңеү ораны тиергә лә була. Бер нисә көн элек был сабый етлекмәй тыуа. Баланың ауырлығы тейешлегә ҡарағанда күпкә кәмерәк булыуына ҡарамаҫтан, табиптар барыһы ла яҡшы буласаҡ ти. Хәҙер Октябрьский ҡалаһында ла етлекмәй тыуған сабыйҙарҙы  тәрбиәләй алалар. Бының өсөн кәрәкле йыһаздар ҡаланың яңы перинаталь үҙәгендә урынлаштырылған да инде.  
Людмила Василевская, Октябрьский ҡалаһының бала табыу йорто баш табибы урынбаҫары: «Яңыраҡ ҡына беҙҙең үҙәктә мини-барокамера урынлаштырылды. Ул етлекмәйсә бала табырға йөрөгән ҡатындарҙа дауалауҙа ҡулланыла. Декомпрессия ярҙамында баланы кәрәкле кимәлгәсә үҫештереп тыуҙыра аласаҡбыҙ. Был сабыйҙар үлемен һиҙерлек кәметәсәк.»
Яңы тыуым йортона 700 миллион һум аҡса киткән. Ләкин был осраҡта сығымдар тулыһынса урынлы. Октябрьский ҡалаһы яңы перинаталь үҙәген 23 йыл көткән. Проект күптән булһа ла, ул иҡтисади ҡыйынлыҡтар сәбәпле тотҡарланып торған. Был ваҡыт дауамында Октябрьский сабыйҙары 70 йылға яҡын эшләп килгән дауаханала донъяға килгән. Йәш әсәләр бында табиптар иң яҡшы тип билдәләй.
Хәйер, яңы үҙәккә лә дауахана тулы составта күсәсәк. Шуға артабан да бында мөрәжәғәт итеүселәр бәхетле ата-әсәләр буласағына өмөт ҙур. Яңы перинаталь үҙәктең әҙерлеген Рөстәм Хәмитов та күҙәтеп тора. Ғөмүмән, Башҡортостанда дәүләт һәм шәхси башланғыстарҙағы заманса медик үҙәктәр төҙөлөшө дауам итә. Яҡын киләсәктә Өфө, Ишембай, һәм башҡа ҡалалаларҙа ла перинаталь үҙәктәр асыласаҡ. Республика кимәлендә был проекттар иң әһәмиәтлеләр рәтендә.
Илфат Кинйәбаев

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика