Мәрхәмәтле мөхит

Мәрхәмәтле мөхит 08.10.2014

Башҡортостан юлдаш телевидениеһының  «Русфонд», «Мәрхәмәт» хәйриә фондтары һәм «Комсомольская правда» гәзите менән берлектәге проекты дауам итә. Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәүсе Данил - уҡыу алдынғыһы, һәләтле бала. Тик уның уңыштарына 1-се төр диабет сире ҡамасаулай. Үҫмерҙең хәлен  инсулин помпаһы еңеләйтә ала. Ҡоролмаға 200 мең һумға яҡын аҡса талап ителә. Ғаилә мәрхәмәтле кешеләр ярҙамына өмөт итә.

VI  класта  уҡыусы Даниил уҡыуға бик етди ҡарай. Ул бер ваҡытта ла дәрескә әҙерләнмәйенсә бармай. Тырышлығы арҡаһында уңыштары ла яҡшы. Тик үҫмерҙең тормошон диабет сире ҡатмарлаштыра. Ул даими рәүештә инсулинға мохтаж. Был көн тәртибенә лә үҙгәрештәр индерә.

Даниил Лаптев: «Тороу менән ҡанымдағы шәкәр кимәлен тикшерәм, аҙаҡ ашар алдынан инсулин ҡаҙайбыҙ. Мәктәпкә лә уларҙы үҙем менән йөрөтәм. Һәр аш алдынан инсулин ҡаҙарға кәрәккәнгә, мәктәптә лә төшкә тиклем генә булам. Өҫтәмә дәрестәргә йөрөү мөмкинлеге юҡ».

Даниилдың сире ике йыл элек асыҡланған. Башта ул ябыға, күпләп һыу эсә башланы, тип хәтерләй әсәһе. Анализдар тапшырғандан һуң диагноз раҫлана. Малай шунда уҡ дауаханаға эләгә. Хәҙер ғаиләнең бөтә тормошо баланың һаулығын ҡурсалауға йүнәлтелгән. Уға көйәләнергә ярамай, ҡанында шәкәр кимәлен дә һәр саҡ тикшереп торорға кәрәк. Шулай уҡ Даниилға махсус диета тоторға тура килә.

Марина Лаптева, Даниил Лаптевтың әсәһе: «Тәм-томдо оноторға тура килде инде улыма. Магазинда аҙыҡтың шәкәрһеҙен генә, йә уны алмаштырыусылары ҡулланылғанын ғына һайлайбыҙ. Иң ҡыйыны, әлбиттә, һәр саҡ инсулин ҡаҙап тороу Шуға гел өйҙә ултырырға мәжбүр».

Үҫмер өсөн был әлбиттә, ҡыйын. Ул да тиҫтерҙәре менән мәктәптән тыш аралашырға, уйнарға теләй. Бала әҙ генә булһа ла үҙ аллы тормош башлаһын өсөн уға инсулин помпаһы талап ителә. Дарыу менән кәрәкле миҡдарҙа үҙ аллы тәьмин итеүсе ҡоролманы алыу өсөн 199 676 һум аҡса талап ителә. Даниил мәрхәмәтле кешеләр ярҙамына өмөт итә. Уға беҙ күмәкләп ярҙам итә алабыҙ. Бының өсөн 5541 һандарына «ДЕТИ» һүҙен яҙып, смс-хәбәр ебәрергә кәрәк.


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку