Халыҡ-ара һаулыҡ көнө Ер шарының 194 илендә билдәләнә 07.04.2016

Уның  сиктәрендә бөгөн Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры  Республика клиник балалар дауаханаһында балалар өсөн театрлаштырылған тамаша ойошторҙо. Әкиәтте меңдән ашыу бала ҡараны.

Рус халыҡ әкиәттәре геройҙарын һәм америка йәнһүрәттәре геройҙарын бер сәхнәгә туплаған тамашаның төп геройҙары -Мәскәй әбей менән Маша исемле ҡыҙ. Йәрминкәгә юлланыусы ҡыҙҙы  мәскәй әбей төрлө хәйлә менән үҙендә ҡалдырырға ынтыла. Әммә уның ниәте барып сыҡмай. Ҡыҙ эҙәрмән Һуҡыр сысҡан ярҙамында йәрминкәлә  ҡатнашыу бәхетенә ирешә. Йыр-моң, уйын-көлкө менән үрелеп барған тамаша төрлө сирҙәр арҡаһында дауаханала ятыусы үҫмерҙәрҙең  кәйефен күтәрҙе, ҡатмарлы процедураларҙы бер аҙға булһа ла оноттора алды.
Федоровка районы  Ишбүләк ауылынан Венера Туҡтароваға йылына бер-нисә тапҡыр был дауаханаға килергә тура килә. Ҡыҙы Азалияла бик һирәк ауырыу. Уң аяғы һынып тыуған балаға ялған
быуындар үҫә. Ҡыҙының диагнозы ике йәшендә билдәле була. Әлеге ваҡытҡа Азалия һигеҙ операция үткәргән. Туғыҙынсыһы алдынан ҡыҙ бик тулҡынланған. Ҡурсаҡ театры артистары сығышы уға ауыртыныуҙы һәм операция алдынан булған хәүефте еңергә булышлыҡ иткән.
Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры артистарына төрлө сәхнәләрҙә сығыш яһарға тура килә.  Теге йәки был сәбәптәр арҡаһында һаулығы ҡаҡшаған ҡыҙҙар һәм малайҙар алдында сығыш яһау икеләтә яуаплыраҡ. Артистар Республика клиник дауаханаһының бәләкәй пациенттарына йылы һәм күңелле мөхит  тыуҙыра алды.
Тамаша залында алма төшөрлөк тә урын юҡ. Урыны менән ҡыҙҙар-малайҙар үҙҙәре лә дәртле уйындарға ҡушылып китте. Улар бер аҙға ғына булһа ла сир-сырхауҙарҙы онотоп торҙо, мажаралар менән тулы әкиәт донъяһына сумды. Киләһе аҙнаның һаулыҡ көнө сиктәрендә Республика клиник дауаханаһында тағы ла ҡыҙыҡлы саралар ойоштороу ҡаралған.
Халыҡ-ара һаулыҡ көнөндә Республика клиник балалар дауаханаһы сәхнәһендә Ҡурсаҡ театры артистары йәнле тамаша күрһәтте. Киләсәктә лә бындай тамашалар даими ойоштороласаҡ. Сөнки ыңғай тәьҫораттар балаларға тиҙерәк һауығып аяҡҡа баҫырға булышлыҡ итә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика