Күреү һәләте сикләнгәндәр өсөн таяҡтар заманы артта ҡала бара 22.12.2015

Уларға алмашҡа заман технологиялары килә. Баш ҡаланың күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институты белгестәре һуҡырҙарға юл күрһәтеүсе ҡоролма уйлап тапҡан. Уның ярҙамында алдыңда осраған әйберҙәргә һуғылмай йөрөргә мөмкин. Ҡоролма  тирә- йүнде күҙәтеп хужаһын алдан иҫкәртә. Тиҙҙән уны күпләп сығарыуға ла тотонмаҡсылар.  

Виктор Гаврюсов тормошто бар матурлығында күрә алмауына инде зарланмай. Ҡулында һәр ваҡыт таяғы бар. Уның ярҙамында оло йәштәге уҙаман йортонан алыҫ булмаған урамдарҙа ғәҙәти маршруттар буйынса йөрөй. Көн дә тиерлек һуҡырҙар өсөн махсус китапханаға бара. Белемгә ынтыла. Бинаға ингәндә баҫҡыс та бар, «хәҙер баҫҡыстан күтәрелергә өйрәндем, таяҡһыҙ күптән йығылыр инем»,- ти ул.
Йығылырға тура килмәҫ, күрәһең. Тәгәрмәстәр ярҙамында хәрәкәт иткән баш манекены алда камера тороуын күреп, йүнәлешен үҙгәртә һалды. Ә бит уның менән бер кем дә идара итмәй. Баҡтиһәң, алда ҡаршылыҡтың барлығы ультратауышлы күҙлек аша билдәләнә.
Яңы ҡоролма киңлекте виртуаль картаға әйләндерә тиһәк тә була. Уның буйынса урамда, йә бина эсендә йөрөгәндә ҡулланыусыға алда булған ҡаршылыҡ, предметтар, объекттар хаҡында махсус сигнал еткерелә. Төкөлөү хәүефе яҡынайған һайын ул көслөрәк яңғырай.
Башта был ябай сигнал урынына «тауышлы иҫкәртеүҙәр» ҡуйыу, навигаторҙағы кеүек үк һүҙҙәр ярҙамында хәбәр биреү ниәтләнә. Әммә инженерҙар һәм ғалимдар был «уңайлыҡ»ты ҡулланыуға индереүҙе кисектереп торған. Иҫкәртеү дүрт-биш һүҙҙән тора икән, пациент уны ишетеп, аңлап та өлгөрөргә тейеш бит. Кеше телмәрҙе тыңлап бөткәнсегә тиклем, артыҡ аҙым яһап, ҡаршылыҡҡа осрауы ихтимал. Шулай ҙа ультратауышлы күҙлек сигналдар менән генә сикләнмәгән. Теләге булғандар өсөн өҫтәмә функцияһы бар.
Яңы ҡоролманы телефонға ла тоташтырып була. «Интернет ярҙамында мөмкинлектәр киңәйә»,- ти Өфө белгестәре. Бының өсөн картаның эҙләү системаһында кәрәкле адресты яҙып, навигатор ҡушымтаһын тауыш режимына ғына күсерергә кәрәк.
Реабилитация сараһы булараҡ ҡулланыласаҡ ҡоролманың барлыҡ деталдәре, корпусы институттың үҙендә эшләнеп йыйыла. Инженерҙар башта компьютерҙа махсус программа аша буласаҡ моделдең вариантын төҙөй. Һәм ул өс Д принтерында экрандағы макетҡа ярашлы үҙенең формаһын ала. Был технологияның донъя кимәлендә лә йыш ҡулланылыуы билдәле. Уңайлы һәм арзан ысул. Әйтәйек, күҙлектең алғы яғы ни бары ике-өс сәғәт эсендә әҙер булды.
Сергей Харитонов, инженер: «Материал булып бында епкә оҡшаған АБС-пластик ҡулланыла. Ул ныҡ һәм һығылмалы булыуы менән айырыла. Корпусты эшләгәндә, принтер эсендә пластик ирей һәм ҡатлам өҫтөнә ҡатлам һалынып, яңы формаһын ала. Мәҫәлән, бында өс йөҙгә яҡын деталде иҫәпләргә мөмкин».
Иженерҙар, «ҡулда плата һәм датчиктар тейешле кимәлдә булғанда, көнөнә ун ультратауышлы күҙлек эшләй алабыҙ»,-ти. Хәйер, институт проекты яңыраҡ «Умник» конкурсында еңеү яулап, грант та алған. Ике йылға 400 мең һум аҡса бүленгән. Был сумма башланған эште тағы ла камиллаштырырға ярҙам итәсәк.
Әлегә тәжрибәләр тамамланмаған. Махсус аппаратты медицина тауарҙары баҙарына сығарғансы, пациенттарҙа клиник тикшеренеүҙәр үткәреү талап ителә, лицензия алыу мөһим. Дизайн өҫтөндә лә эшләйһе бар. Шулай ҙа был ҡоролма сит ил аналогтарынан айырмалы рәүештә ҡиммәт тормаясаҡ. Яҡынса ун мең һумға төшәсәк. Был импорт тауарҙарын алмаштырыу мөмкинлеген бирер тип күҙаллана.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика