Иғтибар, ярҙам кәрәк!

Иғтибар, ярҙам кәрәк! 06.04.2015

Өфөлә йәшәүсе ике йәш ярымлыҡ Самира Ғилмановаға күҙ селтәре яман шеше диагнозы ҡуйылған. Уға күҙһеҙ ҡалыу ҡурҡынысы янай. Уның ата-әсәһе сирҙе еңеп була тигән ышаныста. Сабыйға сит ил  табиптары  ярҙам итергә әҙер. Швейцарияла  дауаланыу өсөн  дүрт  миллиондан ашыу  аҡса талап ителә. Ғилмановтар мәрхәмәтле кешеләр ярҙамына өмөт итә.

Самира әле уҡый белмәһә лә китаптағы   һүрәттәрҙе ҡарай, күрә.  Әммә сабыйға һыңар күҙле ҡалыу хәүефе  янай.  Ҡыҙҙың күҙендә сәйерерәк күренеште ата-әсәһе  һиҙеп ҡала. Тикшереүҙәр үткәргәс, табиптар уның  күҙ селтәрендә яман шеш барлығын асыҡлаған.
Ләйсән Ғилманова, Самираның әсәһе: «Беҙ ышанманыҡ. Ҡат-ҡат һораныҡ. Бында тикшереү үткәндән һуң Мәскәүгә лә барҙыҡ. Тик унда диагнозды иҫбатланылар ғына.
Башҡортостан табиптары күҙгә операция эшләп уны алып ташларға тәҡдим итә». Сөнки яман шеш бишенсе стадияһында һәм ул тиҙ үҫешә. Шештең зарарланған ағзанан башҡаларына таралыу хәүефе бар. Әммә ата-әсә  бының менән килешмәй. Мәскәү дауаханаларында   ҙур сират көтөргә кәрәк.  Ғилмановтар  сит ил клиникаларында был сирҙе дауалап булыуын асыҡлай. Улар был өлкәлә уңышлы эшләп килгән  Швейцария табиптарына мөрәжәғәт иткән.  
Азат Ғилманов, Самираның атаһы: «Табиптар ҡыҙыбыҙҙың күҙен  алып ташларға тигәс, көрәшергә булдыҡ. Беҙ Швейцария табиптарына Рәсәйҙә эшләткән  анализдарҙы ебәргәйнек. Улар күҙҙе һаҡлап ҡалып булыу ышанысы  туҡһан туғыҙ процент  тинеләр. Хатта, күреү һәләтен дә һаҡлау мөмкинлеге булыуын әйттеләр».
Сир  билдәһеҙ үҫешә, шуға, ҡыҙ яҡындарының борсоулы ҡарашын, ниңә илауҙарын аңлап та етмәй. Ғаилә  күҙҙе һаҡлап ҡалыу өсөн  көсөнән килгәнсе тырыша. Дауаланыу өсөн миллиондан ашыу сумма йыйылған да инде. Тағы өс миллион һум аҡса талап ителә.
Сумманы йыйырға ғаилә башлығы ғына эшләгән  аҡса  етмәй. Ғилмановтар  мәрхәмәтле кешеләр ярҙамына өмөт итә. Самираның күҙен һаҡлап ҡалыуға һәр кем үҙ өлөшөн индерә ала. Бының өсөн  экранда күрһәтелгән иҫәпкә аҡса күсереү ҙә етә. Мәрхәмәтле булайыҡ. Ғаилә  әле сит илгә сығырға виза көтә. Етерлек сумма йыйылһа  Швейцария табиптары киҫекмәҫтән ярҙам итергә әҙер. Тик ваҡытты һуҙмаҫҡа кәрәк.  
Рәмилә Исмәғилева

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика