Өфөнөң Черниковка биҫтәһендә йәшәүсе Елена Пуляева яңғыҙы ике бала тәрбиәләй 02.02.2016

Ҡатындың яҡындары - әсәһе һәм тормош иптәше уны ауырлыҡтар алдында ике балаһы менән  яҙмыш ҡосағына ташлаған. Елена Пуляеваның бәләкәй улы Матвей  мәрхәмәтле кешеләр ярҙамына мохтаж.

Матвей Пуляев йәш тә һигеҙ айлыҡ сағында йыш йүткереп,  йоҡоға талған.  Ваҡыт үтеү менән малайҙың мәрткә киткәнлеге асыҡлана. Һөҙөмтәлә уның аяҡтары йөрөмәй башлай. Баш мейеһенә операция үткәрә. Дүрт йәшлек Матвей  даими дауаланыу курсы үткән осраҡта, хәле бер аҙ яҡшыра, ти уның әсәһе Елена Пуляева.  
Елена Пуляева, Матвей Пуляевтың әсәһе: «Улым өс тапҡыр грипп менән сирләгәндән һуң ошо хәлгә ҡалды. Башта табиптар уны уятмаҫҡа, антибиотиктар менән дауаларға ҡушты. Әммә әсә йөрәге ниндәйҙер шомланыу һиҙҙе: ул уйынсыҡтар менән уйнамаҫ, битараф булды, тора-бара бөтөнләй ятты. Беҙгә килгән балалар табибы пневмония тигән диагноз ҡуйҙы. Мин әлбиттә, уның пневмония түгеллеген аңланым. Беҙ ашығыс ярҙам саҡырып, 17-се дауаханаға эләктек. Беҙҙе шунда уҡ реанимация бүлегенә һалдылар».
Әсәһе магазинға сыҡҡанда, йә башҡа йомош менән киткәндә Матвей ағаһы Марк ҡарамағында. Ул ҡустыһына төрлө күнекмәләр эшләргә ярҙам итә. Ағаһы туғанының тиҙерәк аяҡҡа баҫыуын теләй.
Марк Беляев, Матвей Пуляевтың ағаһы: «Ҡустым стена буйлап тотоноп атлап йөрөргә ярата. Мин уны йыуындырышам. Йыш ҡына тышта саф һауала йөрөтәм. Тиҙерәк терелеп үҙаллы йөрөүен теләйем».
Матвей Пуляевты  Өфөләге Тибет медицинаһы үҙәгендә дауалау өсөн 189 мең һум суммала аҡса талап ителә. Сабыйға бергәләп ярҙам итәйек! Бының өсөн һеҙ
РӘСӘЙ ҺАҠЛЫҠ БАНКЫ ИҪӘБЕНӘ
69 900 206 904 86 79 77 аҡса күсерә алаһығыҙ. Мәрхәмәтле булайыҡ!

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика