Өфөлә «Көнсығыш-көнбайыш-2016» халыҡ-ара конференцияһы үтә 03.06.2016

7-се тапҡыр ойошторолған абруйлы форумда сит илдәрҙән һәм Рәсәй төбәктәренән билдәле офтальмологтар ҡатнаша. Бөгөн сара ҡунаҡтарын Республика башлығы ла тәбрикләне.

Заман гаджеттары күҙ ауырыуҙарына дусар булыусылар һанын бермә-бер арттыра. Әммә офтальмология ла бер урында тормай, яңынан-яңы дауалау алымдары үҙләштерелә,  заманса ҡорамалдар уйлап табыла. Был йәһәттән, 90 йыллыҡ юбилейын билдәләгән тарихи Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институтының эшмәкәрлеген айырым  билдәләп үтергә мөмкин.   Былтыр дауаханала 46 мең кешенең күҙенә операция яһалған. Биш йыл элек кенә беҙ бындай  күрһәткес хаҡында хыяллана ла алмай инек, тине Республика башлығы.
Артабан Республика башлығы Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институтының бер төркөм хеҙмәткәрҙәренә дәүләт наградаларын тапшырҙы. Офтальмологтар фекеренсә,  ниндәй генә юғары  бейеклектәргә өлгәшеүгә ҡарамаҫтан, камиллыҡтың сиге юҡ. Үҫеш йәһәтенән  халыҡ-ара конференциялар ҙур әһәмиәткә эйә, яңы  дауалау алымдары үҙләштерелә, алдынғы  эш алымдары өйрәнелә. Мәҫәлән, элек тома һуҡыр кешеләргә күреү һәләтен ҡайтарыу мөмкинлеге булмаһа, хәҙер уларҙың күҙе эсенә чиптар ҡуйып яҡтылыҡты тойомларға ярҙам итергә мөмкин.  Һуңғы осорҙағы асыштарҙың береһе  яңы тыуған сабыйҙарға ҡағыла. Элек ретина бластома сире менән тыуған балалар үлемгә дусар тип иҫәпләнһә, яңы технологиялар  уларҙы ҡотҡарыу серен асҡан. Иң мөһиме  - иртә диагностика, ти  билдәле офтальмолог Рәшит Ишбулатов.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика