Өфөләге  балалар баҡсаларында һәм йәйге лагерҙарҙа  балаларға  контрафакт аҡ май ашатҡандар 19.09.2015

Рәсәй Ҡулланыусылар хоҡуғын күҙәтеү хеҙмәтенең  Башҡортостан идаралығы август һәм сентябрҙә мәктәпкәсә учреждениеларға һәм лагерҙарға  уҙғарған рейд һөҙөмтәһендә  ун  ике төр аҡ майҙың фальсификацияһы асыҡланған.

Тауар оҙатыусыларҙың  тейешле документы булмаған. Май ҡаптарҙа һәм уны алып килеүселәрҙең  документтарында төрлөсә исем менән теркәлгән, йә  майҙы етештереүсе завод күрһәтелмәгән. Ике төр май  партияһында күптән эшмәкәрлеге туҡтатылған заводтарҙың исеме яҙылған. Ул Татарстандағы «Вамин» асыҡ акционерҙар йәмғиәте, Һамарҙағы яуаплылығы сикләнгән «ВостокПромТорг» - был предприятиеларҙың күптән ябылыуы билдәле. Шулай уҡ майҙарҙы лаборатор тикшереү уларҙың  составы ГОСТ талаптарына яуап бирмәүе,  үҫемлек майы ҡушылыуын асыҡлаған. 67 килограмм  ялған продукция юҡ ителгән.   Әле контрафакт май буйынса тикшереү дауам итә.  
Рима Әхмәтшина, Рәсәй ҡулланыусылар хоҡуғын күҙәтеү хеҙмәтенең Башҡортостан идаралығы бүлек етәксеһе: «Майҙы килтереүселәр һәм уны ҡабул итеүселәрҙең намыҫһыҙлығы һөҙөмтәһендә Өфөләге мәғариф учреждениелары  яһалма аҡ май менән тәьмин ителгән. Тауарҙы оҙатып килеүсе документтарҙы ныҡлап тикшереп тормағандар. Әле ғәйеплеләрҙе административ яуаплылыҡҡа тарттырыу буйынса эш алып барыла. Өфө Һәм Һамар эске эштәр министрлыҡтарына материалдар ебәрелде».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика