Өфө ғалимдары йәмәғәт транспортында төрлө йоғошло сирҙәр менән көрәшеүсе аппарат уйлап сығарған 17.04.2015

Әле ҡоролма Федераль яза башҡарыу хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса баш идаралығының махсус машиналарына урынлаштырылған.  

Бынан алты йыл элек, Өфө эшҡыуары Михаил Демьяновҡа  дауаханаларҙа йоғошло микробтар менән көрәшеүсе рециркуляторҙарҙы йәмәғәт транспортында файҙаланыу идеяһы  килә. Сөнки халыҡ күп осраҡта йоғошло сирҙәрҙе йәмәғәт транспортында эләктерә. Ҡоролманы  тикшереү барышында уның файҙаһы  иҫбатлана - һуңғы ике  йылда язаға тарттырылыусылар араһында йоғошло сирҙәр менән ауырыусылар теркәлмәгән.
Михаил Демьянов, шәхси эшҡыуар: «Ҡоролманы 6 йыл элек уйлап сығарҙыҡ. Уға оҡшаш аппараттар Рәсәйҙә юҡ. Һауа уның эсендәге махсус лампа аша дезинфекция үтә. Өфөнөң санэпидстанцияһы менән берлектә тикшереү үткәрҙек. Рециркулятор эшләгән бинала бактерияларҙың күпкә кәмеүе күҙәтелде».
Был ҡоролманы ҡулланыу сир йоҡтороу сораҡтарын 10 тапҡырға  кәметә ала. Ҡыҙғанысҡа, йәмәғәт транспорты ойошмалары уны үҙҙәренең машиналарында урынлаштырырға ашыҡмай. Михаил Демьянов, киләсәктә был проблема хәл ителер, тигән ышаныста. Рециркулятор 12 вольтлыҡ электр тогынан эшләй. Шуға ла транспорттың эшенә  ҡамасауламай.
Роман Халиҡов, Федераль яза башҡарыу хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса баш идаралығының бүлек етәксеһе: «Ҡоролма беҙҙең транспортта ике йылдан ашыу ҡулланыла. Язаға тарттырылыусылар араһында төрлө йоғошло ауырыуҙар менән сирләүселәр күп. Ҡоролма, профилактика сараһы булараҡ, маҡсатҡ аярашлы, тип табылды».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика