Башҡортостан табиптары Гиппократ антын тоғромо? 05.11.2014

Республиканың бер нисә төбәгендә  халыҡ үҙәк  дауаханаға эләгергә ҡурҡа.  Табиптар һүлпән эшләй, вайымһыҙҙар, тип зарлана улар. Бер дауаханала хирург операция эшләгәндә йоҡлап китһә, икенсеһендә кеше ҡарынында медицина инструменттары онотола. Әлбиттә, был осраҡтар күңелһеҙ тамамлана. Был ялыуҙар Сибай, Благовещен һәм Йәрмәкәй үҙәк дауаханаларына ҡағыла.  

Альбина Сафина бер йәшлек ҡыҙы менән дүрт тапҡыр Сибай үҙәк дауаханаһында ята. Ингаляциянан һуң улар реанимацияға эләгә. Дауаханала ятһаң да баланың хәле бер ҙә яҡшырмай, ә киреһенсә, насарая ғына. Табиптар  ауырыуҙарға иғтибарһыҙ, ти әсә.  
Сибай ҡала үҙәк дауаханаһы табиптарының халыҡты насар һәм сифатһыҙ хеҙмәтләндереүенә зарланыусылар байтаҡ. Шуға ла күптәр, хатта, Екатеринбург һәм Магнитогорск ҡалаһына йөрөп дауаланырға мәжбүр. Бушлай дарыуҙар тураһында Сибайҙа йәшәүселәр белмәй ҙә тиерһең.  
Сибай ҡала дауаханаһында халыҡты дауалау өсөн бар уңайлыҡтар ҙа бар. Бер нисә бүлектән торған медицина учреждениеһында белгестәр ҙә етерлек. Ләкин, дауаханаға ялыу менән мөрәжәғәт итеүселәр күп. Республикала халыҡта ризаһыҙлыҡ тыуҙырған дауаханалар бер Сибайҙа ғына түгел. Йәрмәкәй үҙәк дауаханаһында ла ошондай уҡ хәл.
Йәрмәкәй районында 13 ауыл биләмәһе бар. Район үҙәк дауаханаһына ай һайын меңәрләгән кеше мөрәжәғәт итә. Улар табиптарҙан сифатлы ярҙам көтә. Ә табиптарҙың төп бурысы,  әлбиттә, пациентын һауыҡтырыу өсөн бар көсөн һалыу. Гиппократ анты юҡҡа уйлап сығарылмаған бит.  
Ләкин урындағы халыҡ әйтеүенсә, Гиппократ антына тоғролоҡ һаҡлаусы табиптар Йәрмәкәй үҙәк дауаханаһында ла һирәк. Сифатлы ярҙам өсөн аҡ халатлылар имеш, аҡса һорай.
Ә Благовещен ҡала үҙәк дауаханаһының ҡайһы бер бүлектәре насар хәлдә. Дауахана бинаһына төҙөкләндереү эштәре талап ителһә, уның персоналын пациенттар менән дөрөҫ аралашырға һәм дауаланырға өр-яңынан өйрәтергә кәрәк, тигән фекерҙә благовещендар.
Әлбиттә, 21-се быуатта халыҡтың дауаханаға барырға ҡурҡыуы аптырата. Медицина заманса талаптарға яуап бирһә лә, табиптар нишләптер замандан тороп ҡала.  Үҙәк дауаханаларҙа зарланыусыларҙың һәр береһе  фекеренсә, дауаханаларҙың кадрҙар мәсьәләһенә үҙгәрештәр индереү генә проблеманы хәл итәсәк.
Аймара Рәхимова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика